- Октябрь аҙағында – ноябрь башында, тәүге һыуыыҡтар төшкәс, баҡсала 15-20 см тәрәнлектә соҡорҙар ҡаҙығыҙ.
- Һәр соҡорға берәр помидор һалығыҙ.
- өҫтәнә тупраҡ һалығыҙ һәм бер аҙ тығыҙлағыҙ (томат 10 см тирәһе күмелергә тейеш).
- Өҫтән 10-15 см ҡалынлыҡта (күберәк тә мөмкин) ҡоро япраҡтар менән күмегеҙ.
- Ел осормаһын өсөн япраҡтар өҫтөнә тишекле йәшник ҡуйығыҙ
- Ҡар яуыу менән уны помидор ултыртҡан урынға өйөргә кәрәк.
- Яҙын, тупраҡ йылынғас, япраҡтарҙы алығыҙ.
Һәр төптән бер тотом помидор үрсетмәләре үҫеп сығасаҡ. Уларҙы ҡырауҙан һаҡларға кәрәк буласаҡ. Әҙерәк ҙурайғас, ҡаҙып алып, түтәлдәргә ултыртып сығырға ғына ҡала. Был ысулдың ыңғай яҡтары: беренсенән, яҙын үрсетмә үҫтерәм тип интегергә кәрәкмәй, икенсенән, был рәүешле үҫтерелгән томаттар, тәбиғи сынығыу үткәнгә күрә, һыуыҡтарға, ауырыуҙарға бирешеп бармай һәм күберәк уңыш бирә.