+2 °С
Болотло
Һүҙ хөрмә емеше тураһында бара.
Хөрмәлә булған калий һәм шәкәр йөрәк, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй.
Ҡан тамырҙары тарайыуынан, ҡан баҫымы юғарылығынан һәм эс ҡатыуҙан йонсоғандар өсөн бик файҙалы.
Хөрмәләге магний бөйөрҙәге тоҙҙарҙы сығара, уның эшмәкәрлеген яҡшырта.
Һыуыҡ үткәндә, грипп менән сирләгәндә, тамаҡ ауыртҡанда 1 хөрмә һутына 100 г йылы һыу һалып, бер нисә көн эскәндә, тамаҡты сайҡатҡанда һауығыу процесы тиҙерәк булыр.
Депресия ваҡытында көн дә кис хөрмә ашарға тырышығыҙ. Унда булған магний, глюкоза һәм фркутоза нервыны тынысландырып ҡына ҡалмай, йоҡоно ла көйләй.
Фото: luchshii-sad.ru