Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
29 Октябрь 2023, 17:40

Сей картуф һуты

Халыҡ медицинаһы сей картуфтың һутын элек-электән уңышлы ҡулланған

Сей картуф һуты
Сей картуф һуты

Күңел болғанғанда, үҙәк көйгәндә һәм эсәктәрҙең башҡа ауырыуы киҫкенләшкәндә файҙаланғандар. Яңы һығып алынған картуф һуты яҡшы һейҙек ҡыуыу сараһы ла. Юғары ҡан баҫымы менән яфаланыусыларға ҡан баҫымын түбәнәйтеү һәм баш ауыртыуын баҫыу өсөн һутын эсергә кәңәш ителә. Был осраҡта яңы һығылған картуф һутын ашарҙан 30 минут алда һәм йоҡлар алдынан, көнөнә өс тапҡыр ярты стакан эсергә. Дауалау курсын үткән ваҡытта рационда ит һәм балыҡ ризыҡтары булмаҫҡа тейеш.

БЫЛ МӘҠӘЛӘ ДӨЙӨМ МӘҒЛҮМӘТ ӨСӨН ТӘҒӘЙЕНЛӘНӘ ҺӘМ МЕДИЦИНА БЕЛГЕСТӘРЕ КӘҢӘШТӘРЕН АЛМАШТЫРА АЛМАЙ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: