– Баш ауыртҡанда, алма һеркәһе лә ярҙамсы була ала. Бер тигеҙ өлөштә алынған һыуҙы һәм алма һеркәһен әкрен утта ҡайнатып сығарырға. Пар күтәрелә башлағас, башты шул һауытҡа эйеп, парҙы һуларға. Бындай пар ваннаһы, ғәҙәттә, дарыуҙарҙан да һөҙөмтәлерәк була. Шулай уҡ кәбеҫтә япраҡтарын сикәгә, баш артына, маңлайға «йәбештереп» ҡыйыу ҙа баш ауыртҡанда баш ауыртҡанда бик шифалы һанала.
– Бронхит булғанда, һөт йәки ҡаймаҡ ҡушылған һоло кеҫәле – һеҙҙең ярҙамсығыҙ.
– Бауыр, йөрәк ауырыуҙарын һәм атеросклерозды киҫәтеү маҡсатында тәүлеккә 100 г эремсек ашарға кәңәш ителә.
– Бер стакан минерал һыуға 1 аш ҡалағы бал, ярты лимон һуты ҡушып, көнгә 1 мәртәбә эсеү ҡан баҫымы күтәрелгәндә, йоҡоһоҙлоҡтан дауа һанала.
– Гастрит булғанда мүк еләге ярҙамға килә.
– Көн һайын ас ҡарынға бер стакан һөт йәки кефир эсеү тирене йәш һәм тығыҙ килеш һаҡларға ярҙам итә.
Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.