Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
15 Декабрь 2023, 15:45

Ниндәй шыршы һайларға?

Яңы йыл байрамына шыршы һатып алғанда һәр кемдә ошо һорау тыуа: «тере» ағас ултыртырғамы, әллә магазиндан яһалманы ғына эҙләргәме?

Ниндәй шыршы һайларға?
Ниндәй шыршы һайларға?
 
Йыл һайын район үҙәгенең төрлө урындарында урмандан ҡырҡып килтерелгән ҡупшыҡайҙар менән сауҙа иткән нөктәләр байтаҡ. Хаҡ ағастарҙың бейеклегенә ҡарап билдәләнә. Үҙеңә кәрәк шыршыны 300-400 һумға алырға мөмкин. Шунда уҡ уларҙы ултыртып ҡуйыу өсөн тимерҙән эшләнгән махсус аяҡтар ҙа бар. Уларҙың хаҡы 300-350 һум тирәһе.
Ысын ағас ылыҫ еҫе биреп тора, бала саҡтан килгән байрам кәйефе өҫтәй, өйрәнгән кеше, әлбиттә, тәбиғилеккә өҫтөнлөк бирә.
 
Өй түрен яһалма шыршы биҙәһен тиһәң, магазиндарҙа уның ниндәй генә төрө юҡ! Төҫөнә, ҙурлыҡтарына ҡарап, йәнең теләгәнен алырға була. Йыл һайын аҡса сығарып һалмаҫ өсөн күптәр магазиндыҡын ғына ҡуя. Тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡарашлылар ҙа яһалма ҡупшыҡайҙы һайлай. Уның энәләре ысын ағастыҡына ҡарағанда йомшағыраҡ, балалар өсөн дә хәүефһеҙ. Шулай ҙа утҡа бирешмәүсән материалдан яһалғанына өҫтөнлөк бирергә кәрәк, шул саҡта инде гирляндаларҙы ҡурҡмай элергә мөмкин.
 
Ысын шыршыны алдан хәстәрләй башлау мөһим, сөнки башта ул ҡупшыраҡ, күркәмерәк була, байрам яҡынлашҡан һайын, хаҡы күпкә арзанайһа ла, хөртөрәктәре тороп ҡала.
 
Уны алдан алып ҡуйған булһағыҙ, энәләре ҡойолоп бөтөр тип ҡайғырмағыҙ, һыуға ултыртығыҙ йә булмаһа балкон, солан кеүек һалҡын урында һаҡлағыҙ.
Күтәренке кәйефтә башланған байрам тиҙ генә үтә лә китә, унан һуң өй түрен биҙәп ултырған ҡупшыҡайҙарҙың кәрәге ҡалмай, улар сығарып ырғытыла. Сүп-сар контейнерҙарына ташланһа бер хәл, йыш ҡына урамдарҙа, подъезд алдарында аунап ятҡан шыршыларҙы күреп күңел ҡырыла. Бындай йәмһеҙ күренештәргә юл ҡуймаһаҡ ине.
Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: