Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
7 Ғинуар , 18:40

Лавр – бик көслө үҫемлек

Халыҡ дауаһы

Лавр – бик көслө үҫемлек
Лавр – бик көслө үҫемлек

Лавр япрағы менән боросто ҡушып ҡулланыу тәндән тоҙҙарҙы сығара. Төнәтмә яһап, самалап эсергә кәрәк, сөнки лавр бик көслө үҫемлек.

30-35 лавр япрағы өҫтөнә 300 мл йылы һыу ҡойоп, 5 минут ҡайнатырға. Термоста 5-6 сәғәт тотҡас ҡына һөҙөргә. Төнәтмәне 12 сәғәт эсендә кәм тигәндә 20 минут һайын әҙ-әҙләп эсергә. 3 көн эскәс, 1 аҙна ял итергә, тағын дауаланыуҙы башларға. Дауаланған ваҡытта күберәк йәшелсәләр ашағыҙ. 2-3 аҙнанан һуң дауаның һөҙөмтәһе тойолор: быуындарығыҙ шыртламаҫ, аяҡ хәрәкәте лә еңеләйер, баҫҡыстан да тиҙерәк менерһегеҙ. Был дауаны 1-се йылда 3 ай һайын, унан һуң йылына 1 мәртәбә эшләргә кәңәш ителә. Кемдең ашҡаҙаны сирле - уларға был төнәтмә тыйыла.

Ауыҙ ҡыуышлығы, урт ауыртҡанда көнөнә 2 мәртәбә лавр төнәтмәһе менән ауыҙҙы сайҡарға.

Тән һыҙлағанда 1 өлөш ваҡланған лавр япрағына 2 өлөш аҡ май (өй майы) ҡушырға ла, ҡайнап ултырған һыулы һауытта 30 минут тотҡас, һыуытырға һәм һыҙлаған урындарға һөртөргә.

“Киске Өфө”нән.

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

Читайте нас: