-6 °С
Болотло
Петуния орлоҡтары яҡтыла ғына шытып сыға, шуға уларҙы ҡом йәиһә тупраҡ менән күммәйҙәр. Бары тик стакан өҫтөн үтә күренмәле полиэтилен менән ҡаплайҙар. Йылы урында орлоҡ 4-5 көндә сыға. Көнөнә 1-2 тапҡыр асып елләтеп, тупраҡты киптермәҫкә, һиптергестән саҡ ҡына һыу һибергә кәрәк.
Үҫентеләр өсөнсө япраҡ сығармайынса өҫтөнә япҡан полиэтиленды алмағыҙ, бары тик энә менән бер-нисә урындан тишкеләгеҙ. Нескә булып үҫеп киткән осраҡта, үҫентене япраҡтарына тиклем яйлап ҡына ҡом менән күмдерергә кәрәк. Нығып киткәс, өҫтөн йышыраҡ асырға һәм түбән температураға тәҙрә төбөнә ҡуйырға була. Былай иткәндә, үҫентене күсереп ултыртмайса, төбөнә тупраҡ өҫтәй-өҫтәй үҫтерергә була.