Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
10 Февраль , 10:05

Орлоҡтар дәррәү шытһын өсөн шәп ысул

Айырыуса үҫентеләрҙең тамырына файҙалы

Орлоҡтар дәррәү шытһын өсөн шәп ысул
Орлоҡтар дәррәү шытһын өсөн шәп ысул

Водород әсетмәһен үҫентеләр ҙә ярата икәнен ҡайһы берҙәр белмәйҙер. Гөлдәрҙе һәм үҫентеләрҙе ашлау, орлоҡтарҙы сәсер алдынан эшкәртеү өсөн иң ҡулайлыһы ул.

Һәйбәт антисептик булараҡ, ул төрлө микроорганизмдар һәм инфекциялар менән көрәшә, ерҙе зарарһыҙландыра. Тағы ла бер һәйбәт яғы – ерҙе кислород менән һуғара. Был айырыуса үҫентеләрҙең тамырына файҙалы, ти Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге агрономы Фирҙәүес Аҫылбаева.

"Орлоҡтарҙы сәсеүгә әҙерләү өсөн, уларҙы 40 минутҡа водород эретмәһенә батырып ҡуйырға кәрәк. Ваҡыты үткәс, орлоҡто һыулы сепрәк йә марляға һалып бер тәүлек самаһы тотабыҙ. Һуңынан уларҙы сәсергә кәрәк. Был алымды ҡулланғанда, орлоҡтар тиҙерәк шыта һәм үҫентеләр ҙә өс-дүрт көнгә иртәрәк сығасаҡ.

Водород әсетмәһен ашлама итеп ҡулланғанда, бер литр һыуға ике аш ҡалағы өс процентлы шыйыҡсаны алып, һәйбәт итеп болғатабыҙ ҙа әҙ-әҙләп һибәбеҙ. Бындай туҡландырыуҙы аҙнаһына бер тапҡыр эшләргә була. Ошо ысул үҫентеләрҙе күп ауырыуҙарҙан һаҡларға ярҙам итер", - ти белгес.

Шулай уҡ бер литр һыуға бер аш ҡалағы шыйыҡсаны һалып, үҫенте һәм гөлдәргә пульверизатор ярҙамында һиптереп сығырға була.

Был ашламаны помидор, борос, баклажан айырыуса яратыр.

Лилия Нуретдинова.

Читайте нас: