Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
11 Февраль , 11:56

‼️Ҡандағы шәкәрҙе нисек төшөрөргә?

.

Сәбәпһеҙгә хәл бөтөүе, ауыҙ­ҙың кибеүе, ваҡ яраларҙың бө­тәшмәй ыҙалатыуы, аппетиттың яҡшырыуы, күҙҙәрҙең насар күрә башлауы – былар ҡанда глюкоза кимәленең юғары булыуына ишаралаған күрһәткестәр.

Ташҡабаҡ орлоғо – ҡан­дағы шәкәр күләмен төшө­рөргә булышлыҡ итә.

 

💥Орлоҡта тимер күп, ул үҙ сиратында ҡан тамырҙарын нығыта, уның составын яҡшырта, үҙенә кәрәкле матдәләрҙе алғанлыҡ­тан йөрәк тибеше лә яҡшыра, яйға һалына. 

 

Уға тағы ике ингредиент ҡушып ебәргәндә, файҙаһы тағы ла нығыраҡ көсәйә.  

 

✅Кәрәк: 150 грамм таҙартылған ташҡабаҡ орлоғо, ярты балғалаҡ дәрсен, 4-5 финик.

 

Орлоҡто 8 сәғәт ебетәбеҙ ҙә, һыуын түгеп, 4 стакан таҙа һыу ҡушып блендерҙа иҙәбеҙ. Марля аша һөҙөп алғас, дәрсен, финикты ҡушып, тағы блендерҙа ваҡлайбыҙ. 

Әҙер эсемлекте быяла һауытта һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Көн дә иртән ас ҡарынға, ашарҙан ярты сәғәт алда 100-әр грамлап эсәбеҙ. Дүрт көн шулай дауаланырға, артабанғы дүрт көн – ял.

 

☝️Был сара эстәге ҡорттарҙан ҡотолоу өсөн дә яҡшы сара һанала.

Автор:
Читайте нас: