-3 °С
Болотло
Ҡыш көнө гөл һәм үҫентеләрегеҙгә – ҡар, йәйен ямғыр һыуы һибегеҙ. Ҡар һыуы крандан аҡҡан һыуға ҡарағанда йомшағыраҡ, төрлө минералдарға ла бик бай.
Ҡарҙы тик таҙа урындан алырға кәңәш ителә, юл, сәнәғәт предприятиелары янынан алмағыҙ.
Йыйып алынған ҡарҙы өй температураһында иретеп, йылытығыҙ. Ҡар һыуы "тере" һыу һанала, орлоҡтарҙы уята, гөлдәрҙең иммунитетын нығыта, көс бирә. Ҡар һыуын һыулаған гөлдәрҙең сәскәләре лә сағыу була, оҙағыраҡ та ултыра.