Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
22 Февраль , 15:30

Баҡсағыҙ йәмле булһын тиһәгеҙ

Уның үҙен генә лә, шулай уҡ клумбаларҙа башҡа сәскәләр менән дә ҡатнаштырып үҫтерергә мөмкин. Тағы ла был сәскәне вазондарҙа үҫтереү ҙә отошло булыр. Әйтергә кәрәк был баҡса ҡунағы матур сәскәләре менән генә түгел, ә баллы ғына хуш еҫе менән дә күңелегеҙгә оҡшап ҡалыр.

Баҡсағыҙ йәмле булһын тиһәгеҙ
Баҡсағыҙ йәмле булһын тиһәгеҙ

Алиссум –  бик матур һәм әрһеҙ баҡса үҫентеһе һанала.

Алиссумды рассада ысулы менән март һәм апрель айҙарында үҫтерә башларға мөмкин. Ғәҙәттә был сәскә сәскән көндән алып ике ай үткәндән һуң сәскә ата.

Уны сәсер өсөн сәскәләр һәм рассада өсөн тәғәйенләнгән махсус грунт кәрәк. Маркаһы  мөһим түгел. Йәки өй шарттарында берәр өлөш торф, ваҡ ҡом һәм тиреҫ ҡушып бутарға лә әҙерәк вермикулит өҫтәргә була. бәшмәк ауырыуҙарынан һаҡланыу өсөн тупраҡҡа фитоспорин һибеп сығырға ла була. 

Үҫентеләр сәсеү өсөн һауыт 8 сантиметрҙан  да бейек булмаһын.  Тупраҡтың өҫтөнә орлоҡтарҙы һибеп сыҡҡас йоҡа ғына итеп тупраҡ йәйәбеҙ ҙә, пульверизаторҙан йылымыс һыу һиптереп сығабыҙ. һауыттың өҫтөн шыптыр йәки быяла менән ҡапларға кәрәк. 

Шытымдар +18...+22 градустағы бүлмәлә 4-5 көндә килеп сығасаҡ. Ваҡыты-ваҡыты менән үҫентеләрҙе асып елләтеп алығыҙ.  

 

 
 
 

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: