Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
1 Март , 16:25

Хлоргексидинды өйҙә һәм баҡса үҫтереүҙә ҡулланыу ысулдары

...

Хлоргексидинды өйҙә һәм баҡса үҫтереүҙә ҡулланыу ысулдары
Хлоргексидинды өйҙә һәм баҡса үҫтереүҙә ҡулланыу ысулдары

– Хлоргексидин ярҙам итә алған беренсе осраҡ ул – һыуытҡысты дезинфекциялау. Һыуытҡыста булырға мөмкин булған иң хәүефле үңәҙ (плесень) ул – ҡара аспергилл. Ризыҡтың уның менән зарарланыуы кеше һаулығы өсөн ҡурҡыныс менән янай. Һыуытҡысты таҙалағанда уның эсен, ишектәрен, резинкаларын хлоргексидин һеңдерелгән сепрәк менән һөртөп алыу аспергилл һәм башҡа үңәҙҙәр барлыҡҡа килеүенән оҙаҡ һаҡлаясаҡ.

– Баҡсасылыҡта хлоргексидин үрсетмәләр үҫтергәндә төрлө инфекцияларға ҡаршы көрәшеү өсөн файҙаланыла. Бөтә төр орлоҡтарҙы ла тиерлек уға һалып алыу ихтимал булған инфекцияларҙан һаҡлай.

– Шулай уҡ хлоргексидин орхидеяларҙы тамырҙары серей башлағанда йәки башҡа төр серектәр барлыҡҡа килгәндә эшкәртеү өсөн файҙалы. Был осраҡта орхидеяның тамырын серектән таҙартырға һәм хлоргексидин менән эшкәртергә кәрәк.

– хлоргексидин биглюконат концентрацияланмаған иретмә булыуын иҫәпкә алып, уны баҡсала күпләп файҙаланыу экономиялы булмаясаҡ, әммә уны ағастарҙың һәм ҡыуаҡтарҙың ботаҡтары ҡырҡылған, һынған йәки серей башлаған урындарын эшкәртеү өсөн ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирәсәк.

Читайте нас: