Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
19 Март , 17:45

Борос һәм томат үрсетмәләрен халыҡ саралары менән туҡландырыу

...

Борос  һәм томат үрсетмәләрен халыҡ саралары менән туҡландырыу
Борос һәм томат үрсетмәләрен халыҡ саралары менән туҡландырыу

Магазин кәштәләрендә борос һәм помидор үрсетмәләрен туҡландырыу өсөн препараттар күп. Әммә үҙҙәре өсөн йәшелсә үҫтереүселәр уларҙы халыҡ саралары менән туҡландырырға тырыша. Минераль ашламаларҙың файҙаһы һәм зыяны тураһында күп бәхәсләшергә мөмкин, әммә үрсетмәләр өсөн тулы ҡиммәтле туҡланыуҙы химия ҡулланмайынса ла тәьмин итеп булыуы бәхәсһеҙ.

Йәшелсәләрҙе нимә менән генә туҡландырмайыҡ (халыҡ саралары менәнме, әллә минераль ашламалар менәнме), туҡланыу балансланған булырға тейеш. Тәбиғи туҡландырғыстар барыһында ла тиерлек микроэлементтар булыуы һәм бушлай килеүе менән отошло. Ә бына төп элементтарҙың дозировакаһын теүәл белеп булмауы уларҙың етешһеҙлеге булып тора.

Көл

Иң киң таралған халыҡ ашламаһы – көл. Уны үҫемлектәрҙе үҫтереүҙең бөтә этаптарында ла ҡулланырға тәҡдим итәләр. Унда үҫемлеккә кәрәкле барлыҡ туҡландырыу матдәләре бар, дөрөҫ, төрлө концентрацияла. Көл үрсетмәне туҡландырыуы һәм ауырыуҙарҙан һаҡлауы менән яҡшы.

Борос һәм томат үрсетмәләрен ағас көлөнән тыш үҙең әҙерләгән түбәндәге препараттар менән туҡландырырға мөмкин:

Банан ҡабығы ҡиммәтле калий сығанағы булып тора. Дүрт банан ҡабығын өс литрлы банкаға һалығыҙ ҙа өҫтөнә йылы һыу ҡойоғоҙ. Өс көндән төнәтмә әҙер.

Йомортҡа ҡабығы. 3-4 йомортҡа ҡабығын төйөп, өс литрлы банкаға һалығыҙ һәм йылы һыу ҡойоғоҙ. Бер нисә көндән уны үрсетмәләргә ҡойорға мөмкин.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: