Артрит, артроз, бил ауыртҡанда аҡ сирен сәскәһенең өс ҡуҙағына 0,5 л ҡайнар һыу ҡойорға, һыуынғас өс тәүлек һыуытҡыста тоторға. Һөҙгәс, көнөнә өс тапҡыр ашағанға тиклем бер ҡалаҡ аш ҡ. ҡабул итергә. Дауаны 45 көн дауамында эсергә. Өс айҙан дауалау курсын тағы ҡабатларға була.
Сиренде йыйып алып киптереп һаҡларға ла була. Кәрәк саҡта алаһың да ҡулланаһың.
Бронхитты ла сирен менән дауаларға мөмкин. Быяла банканы сирен менән тултырырға, өҫтөнә сыҡҡансы араҡы ҡойорға. Ун көн ҡараңғы урында бүлмә температураһында тоторға, унан 30 мл төнәтмәне кисен бер стакан ҡаты сәйгә һалып әҙ-әҙләп уртлап төнгөлөккә эсергә. Дауалау курсы – өс көн. Төнтмәле банканы ныҡ ҡапҡас менән ябып һаҡларға.
Һәр дауаны ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү кәрәк.