-3 °С
Болотло
Күп кенә тәжрибәле баҡсасылар кишерҙе һәм сөгөлдөрҙә, шулай уҡ һуғанды ла өйөмгә сәсергә (на гребень) кәңәш итә. Был ысул мул уңыш алырға мөмкинлек бирә, тиҙәр улар.
Тупраҡ өйөмдәрен күмдергес (окучник) ҡуйылған мотоблок менән яһау уңайлы. Мотоблок булмаһа, көрәк менән дә эшләргә мөмкин. Өйөмдәрҙең бейеклеге 30 см тирәһе, аралары 65-75 см булырға тейеш. Кишерҙе бер өйөм һыртына бер йәки ике рәт сәсергә мөмкин.
Был ысул айырыуса ауыр һәм тығыҙ тупраҡлы урындарҙа отошло. Сөнки өйөмдәрҙә тупраҡ ныҡ ҡатмай, тиҙерәк йылына, шулай уҡ һауа еңел үтеп инә. Был тамыраҙыҡтарҙың ҙурайыуына булышлыҡ итә.