+4 °С
Ясна
Яңы ғына өҙөлгән бер ус петрушканы, ике уртаса ҙурлыҡтағы һарымһаҡ бүлкәтен блендер менән ваҡларға, бер ҡалаҡ лимон һуты ҡушып, стакан тулғансы һыу өҫтәргә. Ошо шифалы эсемлекте өс көн буйы иртәнге һәм киске аш алдынан эсергә.
Һуңынан өс көн тик петрушка һәм лимондан ғына әҙерләргә, һарымһаҡ ҡушмаҫҡа. Артабанғы өс көндә йәнә һарымһаҡ ҡушып әҙерләргә. Дөйөм алғанда, туғыҙ көн килеп сыға. Ике аҙна ял итеп алғас, йәнә дауаланыу курсын ҡабатларға.
Иҫкәрмә: хроник гастрит, рефлюкс-эзофагит булғанда, ауырлы ҡатындарға ҡулланыу тыйыла.