Бөтә яңылыҡтар

Ни өсөн ҡайнар һыу эсер кәрәк?

Ҡайнар һыу - донъялағы иң ябай дауа

Ни өсөн ҡайнар һыу эсер кәрәк?
Ни өсөн ҡайнар һыу эсер кәрәк?

 

Эҫе һыу күп сирҙәр менән көрәшеү өсөн иң ябай һәм арзан сараларҙың береһе булып тора. Ҡайнар һыуҙы файҙалы ҡулланыуҙың бер нисә миҫалын ҡарап сығайыҡ.

Был - сирле кешенең организмын кислород менән тулыландырыуҙың берҙән-бер хәүефһеҙ һәм тиҙ ысулы.

Түҙерлек эҫелектәге һыу бик тиҙ ҡанға һеңә. Тиҙ итеп сатурацияны күтәрә. Үпкәләрҙе бешермәй. Ҡан әйләнешен, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Артыҡ тән ауырлығын кәметә. Иң яҡшы антибиотик. Әгәр лимон ҡушһаң, организмды С витамины менән тулыландыра.

Шулай уҡ ҡайнар һыу ҡан баҫымын төшөрә һәм ҡан ҡуйылығын кәметә. Үпкәләрҙе тәбиғи елләтә. Бер һүҙ менән әйткәндә, организм өсөн иң тиҙ ашығыс ярҙам.

Бынан тыш һыуыҡ тейҙереүҙе һәм грипты дауалауҙа файҙалы: ҡайнар һыуҙы даими ҡулланыу тамаҡ ауыртыуҙы кәметергә, тымау һәм танау тоноу арҡаһында йүткереүҙе һәм дискомфортты кәметергә ярҙам итә.

Организмды таҙарта: эҫе һыу организмдан ағыулы һәм зарарлы матдәләрҙе сығарырға ярҙам итә.

Иммун системаһын нығытыуға булышлыҡ итә: ҡайнар һыуҙы даими ҡулланыу организмдың иммун системаһын нығытырға ярҙам итә, инфекция таралыу хәүефен кәметә.

Дөйөм алғанда, ҡайнар һыу организмдың һаулығын һаҡлауҙың ябай, уңайлы һәм бик файҙалы ысулы булып тора. 

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

фото:imghub.ru

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: