Үҫемлектең япраҡтары менән дауаланыу өсөн йәш, һулы япраҡтарын ҡулланалар. Таҙа ерҙә генә йыйылған япраҡтарҙы яҡшылап йыуып ит тартҡыс аша үткәрәләр. Килеп сыҡҡан массаны бер нисә ҡат марля аша һығып һутын сығаралар ҙа, һутын быяла банкала һыуытҡыста һаҡлайҙар.
Дауаланыу курсы махсус схема менән башҡарыла. беренсе һәм икенсе көндә көнөнә ике тапҡыр берәр сәй ҡалағы эсергә кәрәк. Артабан көнөнә өс тапҡыр берәр сәй ҡалағы эсеп дауаланыу курсын бер айға тултырырға кәрәк буласаҡ.
Әгәр ошо арауыҡ эсендә киста юғалмаһа, дауаланыу курсын ҡабатлайбыҙ. Бер ай ял иткәс тағы ла дауам итергә була. Шул уҡ ваҡытта бил тәңгәленә дегәнәк майы һөртөү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирәсәк.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!