"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
18 Май , 09:15

Сирень сәскәһенең майы бигерәк файҙалы

Тирә-йүнде хуш еҫкә күмеп сирендәр ҙә сәскә ата башланы. Уның сәскәләрен йыйып, шифалы дарыу әҙерләп ҡалырға онотмағыҙ.

Сирень сәскәһе – эфир майҙарына, фарнезол,  феногликозид сирингин кеүек матдәләргә, ә  япрағы һәм бөрөләре  флавоноидтарға, аскорбин кислотаһына, сайырға, фитонцидтарға һәм дубиль матдәләргә бай. 

Сирень сәскәһен дауаланыу өсөн дә файҙаланалар. Унан яһалған дарыу майын эшләү өсөн 1 литрлыҡ банканы сирень сәскәһе менән тултырырға кәрәк. Артабан шыйыҡ майҙы 40 градусҡа тиклем йылытырға һәм сәскәнең өҫтөнә ҡойорға. Банканы яҡшылап ҡапҡас менән ябып, ике көн ултыртырға. Аҙаҡ марля аша һөҙөп, тик майҙы ғына ҡалдырырға  кәрәк. Тағы ла майҙы ҡайнатырға һәм сирень сәскәләрен өҫтәп һалырға. Был процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатлағанда, хуш еҫле һәм шифалы сирень майы килеп сығасаҡ.

Бронхит, ангина, грипп кеүек сирҙәр менән дауаланғанда сирень сәскәһенең майы бигерәк тә файҙалы. Уны ингаляция эшләгәндә лә ҡулланалар. Майҙың бер нисә тамсыһын үҙегеҙ ҡулланған крем, шампунь, лосьонға тамыҙып ебәргәндә, тирә-яғығыҙҙа хуш еҫтәр таралып китер. Уның менән һыҙланған урынды ыуыу ҙа ҙур ярҙам күрһәтәсәк.

Күптәр сирень сәскәһен йыйып, унан төнәтмә яһай. Өс литрлыҡ банканы ныҡлап тултырғансы атып өлгөрмәгән  сәскәләрен тултырабыҙ. Аҙаҡ уның өҫтөнә спирт йәки араҡы ҡойоп, ҡараңғы урынға ултыртабыҙ. Был төнәтмә менән һыҙланған урынды ыуһағыҙ, бер нисә көндән һуң ауыртыуығыҙ баҫылыр.

Һыуыҡ тейгәндә, тамағығыҙ ауыртҡанда сирень сәскәһенән яһалған төнәтмәнән компресс ярҙамға килер. Әммә һәр нәмәлә сама белеү талап ителә, шул уҡ ваҡытта сирень сәскәһенең ағыулы икәнен дә онотмаҫҡа кәңәш итәбеҙ.

Бөйөр ауырыуҙарынан сәскәһенән төнәтмә әҙерләнә. Бер ҡалаҡ сәскәгә 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 4 сәғәт төнәтергә һәм һөҙөп алырға. Көнөнә 3-4 тапҡыр бер-ике ҡалаҡ эсергә. Һалҡын тейеүҙән шул уҡ төнәтмәне йүкә сәскәһе ҡушып әҙерләргә мөмкин. Бик яҡшы тирләтә һәм температураны төшөрә.

Иҫкәрмә: Ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ, сикләүҙәр булыуы ихтимал.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: