-3 °С
Болотло
Шуға ла үрсетмәләрҙе ергә ултыртҡанда йышыраҡ итеп ултыртыу кәрәк. Һыуҙы ла йышыраҡ, әммә аҙлап ҡойорға кәрәк. Артыҡ дым уға зыян ғына. Әйткәндәй, һыуҙың йылы булыуы мөһим.
Боросто ағас көлө менән ашларға онотмағыҙ. Уның өсөн 250 грамм көлдө 1 күнәк һыуҙа бер аҙна төнәтеп алырға кәрәк. Аҙаҡ төнәтмәне һәр борос аҫтына 0,5-әр л ҡойоп сығырға. Шул саҡта борос яҡшы үҫешер, ауырыуҙарға бирешмәҫ.