-3 °С
Болотло
Һыу: токсиндар сығара, ашҡаҙан эшен тота, ҡан тамырҙары һәм быуындар торошона ыңғай йоғонто яһай.
Гранат һуты: йөрәк һәм ҡан тамырҙары эшен яйға һала, гипертония һәм анемия осрағында файҙалы.
Бөтнөктән сәй: ашҡаҙан һуты бүленеүенә ярҙам итә, тынысландыра, ҡан баҫымын кәметә, йоҡоһоҙлоҡ менән көрәшергә ярҙам итә.
Кефир: аш һеңдереүҙе тап ул яйға һалыуы бер кем өсөн дә сер түгел.
Алма һуты: бауыр, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы эшенә ыңғай йоғонто яһай.
Көртмәленән морс: С витаминының күп булыуы арҡаһында иммунитетты бик яҡшы нығыта, шулай уҡ эҫене баҫыусы сара булып тора.
Ромашкалы сәй: бактерияларға ҡаршы шәп нимә, шулай уҡ нервыларҙы тынысландыра.