Йүтәл
– Кәбеҫтә япрағын 1 минутҡа ҡайнап торған һыуға тығып алырға, бал һыларға һәм йылы көйөнә күкрәккә һалып, бәйләргә. Әгәр ҙә йүтәл ныҡ көслө икән, арҡаға тағы бер япраҡ һалырға. Был бигерәк тә балаларҙы дауалау өсөн ҡулайлы. Төнгөлөккә эшләһәң, файҙаһы күберәк. Ҡайһы берҙә 1 -2 көн дауаланыу ҙа хатта оҙайлы ҡурылдайҙы ла юҡҡа сығара.
Холецистит
– Көн һайын 1 стакан грейпфрут һуты эсергә.
– Ҡара торма һутына шул уҡ күләмдә бал өҫтәргә һәм көнөнә бер тапҡыр стакандың өстән бер өлөшө күләмендә эсергә.
– Миләште сәй итеп эсеү яҡшы һөҙөмтә бирә. Уны көнөнә 1-2 тапҡыр яртышар стакан эсергә кәрәк. Дауаланыу өсөн консерваланған миләш ҡулланырға ла ярай.
– Көн һайын йәшел сәй эсеү шешеүҙе баҫа һәм үт ҡыуығында таштар барлыҡҡа килеүҙән һаҡлай. 1 ҡалаҡ сәйгә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойорға, һөҙөргә һәм эсергә. Һөт өҫтәргә лә мөмкин.
Варикоз
– Ҡыҙыл күсәнле кәбеҫтәнең бер нисә япрағын яҡшылап йомшартып, ауыртҡан урындарға һалырға һәм ныҡ тығыҙ итмәй генә бәйләргә. Кәрәк булған һайын япраҡтарҙы алыштырып торорға. Төнгөлөккә компресс эшләү кәңәш ителмәй, сөнки ул ҡан йөрөшөн насарайтасаҡ, был иһә сирҙе тағы ла көсәйтеп ебәреүе ихтимал.
– Варикоздан каланхоэ төнәтмәһе лә файҙалы. Ярты литрлы һауыттың яртыһына тиклем каланхоэ япраҡтарын тултырырға һәм өҫтөнә 70 процентлы спирт ҡойорға. Бер аҙнаға ҡараңғы урында тоторға. Кис һайын ошо төнәтмәне табандарҙан башлап тубыҡҡа ҡарай ипләп кенә һөртөргә (ыуырға ярамай!). Бер нисә тапҡыр ҡулланғандан һуң, һыҙланмай башларһығыҙ, әммә дауаны 4 ай тирәһе дауам итергә кәрәк.