Баҡсасылар помидор уңышына етди зыян булмаһын өсөн түбәндәге ябай ысул ҡуллана. Был "тылсымлы" туҡландырыу үҫемлекте һаҡлай һәм уның ҡеүәтле үҫешенә булышлыҡ итә.
Сәләмәт үҫентеләр асыҡ грунтта бер ниндәй ҙә проблемаһыҙ нығына, әммә мул уңыш алыу өсөн уларға тейешле тәрбиә кәрәк. Төрлө препараттар йәшелсә һәм кеше өсөн хәүефле булыуы мөмкин, ти баҡсасылар. Шуға күрә улар бәшмәк инфекцияларынан һаҡлау өсөн “зеленка” ҡулланырға кәңәш итә.
Баҡсасылар әйтеүенсә, помидорҙы һаҡлау һәм ентекле тәрбиәләү кәрәк, әммә ҡайһы берҙә минераль һәм органик ашламалар етерлек булмауы мөмкин. Үҫемлектәрҙе фитофторанан һаҡлау өсөн “зеленка” ҡулланырға мөмкин. Йәшел бриллиант эретмәһе арзан һәм бик файҙалы сара. Уны баҡсасылыҡ миҙгеленең һәр осоронда ҡулланырға мөмкин.
Эретмәне түбәндәгесә ҡулланырға кәңәш ителә: 10 литр таҙа һыу алырға. Артабан уға 40-50 тамсы “зеленка” ҡушырға һәм эретмә томат япраҡтарына яҡшыраҡ йәбешһен өсөн 2 ҡалаҡ шәкәр ҡомо өҫтәп, үҫентеләргә ҡойорға.