Телефон доверия МВД по РБ – 8 (347) 279-32-92
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
15 Май 2025, 15:55

Барыһы ла ябай һәм арзан, ә һөҙөмтә – иҫ киткес

Һынап ҡарағыҙ, баҡсағыҙ һеҙгә яҡшы уңыш менән рәхмәт әйтер

Барыһы ла ябай һәм арзан, ә һөҙөмтә – иҫ киткес
Барыһы ла ябай һәм арзан, ә һөҙөмтә – иҫ киткес

аҡсасылар бер туҡландырыу ысулы тураһында һөйләне, ул бөтә культураларға ла оҡшар, бигерәк тә ҡарағатҡа.

Бына рецепт: 1 килограмм ҡырғыста ҡырылған картуф, арыш икмәгенең яртыһы, бер ус шәкәр, бер пакет ҡоро әсетке (сүпрә).

Быларҙың барыһын да 9 литр һыуҙа яҡшылап болғатырға һәм бер аҙна йылы урында әсетергә кәрәк. Бынан һуң алынған эретмәне 1:8 пропорцияһында һыу менән шыйыҡландырырға кәрәк. Составты менән культураларҙың тамырына яртышар литр ҡойорға.

Картуф һәм икмәк органик матдәләр сығанағы булып хеҙмәт итә, улар әсетеү ваҡытында туҡлыҡлы микроэлементтарға әүерелә, ә шәкәр һәм әсеткеләр ферментация процесын әүҙемләштерә, үҫемлектәрҙең үҫеше өсөн кәрәкле витаминдар һәм аминокислоталар барлыҡҡа килеүен тиҙләтә. Һөҙөмтәлә культураларҙың ауырыуҙарға һәм насар шарттарға тотороҡлолоғо арта, тупраҡ структураһы яҡшыра һәм туҡлыҡлы матдәләр күбәйә.

Был ысулды һынап ҡарағыҙ, баҡсағыҙ һеҙгә яҡшы уңыш менән рәхмәт әйтер, ти тәжрибәле баҡсасылар.

Читайте нас