Күп баҡсасылар ҡырмыҫҡаларҙы үҙҙәренең учасктаһында иң ҙур бәләләрҙең береһе, тип иҫәпләй һәм уларға ҡаршы көрәште тәүге бурыстарҙың береһе итеп ҡуя. Эйе, ҡырмыҫҡалар баҡсаға ҙур зыян килтерә ала. Шул уҡ ваҡытта уларҙың файҙаһы ла юҡ түгел. Ҡырмыҫҡалар тупраҡ структураһын һаҡларға булышлыҡ итә, заралы бөжәктәрҙе ашай. Шунлыҡтан улар, артыҡ күп булмағанда, файҙа килтерә.
Ҡырмыҫҡалар емеш-еләк ҡыуаҡтарына һәм ағастарына ҙур зыян килтереүсе беттәрҙе (тля) үрсетә. Сөнки улар был беттәр бүлеп сығарған һутты бик ярата.
Ҡырмыҫаларға ҡаршы көрәш сараларының береһе булараҡ, бор кислотаһын (порошок) файҙаланалар. Ул үҙе генә баҡса ҡырмыҫҡаларын бөтөрә алмай. Сөнки төҫө, тәме, еҫе булмағанлыҡтан, уларҙы ҡыҙыҡһындырмай. Шуға күрә уны “ҡырмыҫҡалар өсөн аҙыҡ”ҡа өҫтәйҙәр. Халыҡ рецептарынан бер нисә вариант тәҡдим итәбеҙ.
– Ит фаршына (4 аш ҡалағы) бор кислотаһы (10 г) һәм бер аҙ тоҙ өҫтәп, яҡшылап болғатырға. Бәләкәс процияларға бүлеп, ҡырмыҫҡа иләүҙәре янына һалып сығырға. Ит – ҡырмыҫҡалар өсөн деликатес. Уны мотлаҡ ашаясаҡтар һәм башҡаларына ашатырға ояһына алып ҡайтасаҡтар.
– Өс картуфтан һәм өс йомортҡа һарыһынан пюре әҙерләргә һәм 10 г бор кислотаһы, бер сәй ҡалағы шәкәр өҫтәп, болғатырға, шариктар яһап, ҡырмыҫҡа иләүҙәре эргәләренә һалып сығырға.
– Бер стакан эҫе һыуға ниндәй ҙә булһа ҡайнатма һәм 10 г бор кислотаһы һалып болғатырға. Татлы эсемлек һыуынғас, ҡырмыҫҡалар күпләп йөрөгән урындарға ҡуйылған йәйпәк һауыттарға ҡойоп сығырға. Һыуһыҙ ҙа мөмкин: 3 аш ҡалағы ҡуйы ҡайнатмаға шулай уҡ 10 г БК өҫтәп, ҡатнашманы ҡырмыҫҡа һуҡмаҡтарына һәм иләүҙәре янына һалырға.
H3BO3 (бор кислотаһы) концентрацияһын арттырыу кәрәкмәй. Күрһәтелгән миҡдарҙа ла баҡса ҡырмыҫаларын шунда уҡ тиерлек юҡ итәсәк. Организмына бор кислотаһы эләккән бөжәкте паралич һуға һәм ул үлә. Етмәһә, иләүҙәге башҡа ҡырмыҫҡалар йыш ҡына үлгәндәрен ашай һәм шулай уҡ ағыулана.