Йыйып алғас, кизе мамыҡ туҡыманан әҙерләнгән тоҡҡа һалабыҙ һәм бер тәүлеккә туңдырғысҡа оҙатабыҙ. Һуңынан алғас, улар иреп, ҡара йәшел төҫкә инә. Бөтәһендә эре тишекле ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Эмалле кәстрүлгә дүрт ҡат итеп һалып сығырға һәм өҫтөнә еүеш таҫтамал ҡапларға. Таҫтамал кибә башлаһа тағы ла һыуларға кәрәк. Ул шулай дүрт тәүлек торорға тейеш. Шулай ферментация уҙғарабыҙ. Хуш еҫ тараласаҡ. Ферментация ни ҡәҙәр оҙағыраҡ була, сәй ҙә шулай ҡарараҡ булып сығасаҡ. Дүрт көн үткәндән һуң 60 градус эҫелектә духовкала киптереп алырға кәрәк. Был осраҡта уның ишеген саҡ ҡына асып ҡуяһың.