Телефон доверия МВД по РБ – 8 (347) 279-32-92
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
19 Июль 2025, 12:25

Алмаларығыҙҙы ҡайҙа ҡуйырға белмәйһегеҙме?

Ҡышҡылыҡҡа алмаларҙы һаҡлау өсөн арзанлы лы, файҙалы ла ысул

Алмаларығыҙҙы ҡайҙа ҡуйырға белмәйһегеҙме?
Алмаларығыҙҙы ҡайҙа ҡуйырға белмәйһегеҙме?

Киптерелгән алманың файҙаһы ҙур. Ҡышҡа киптергән алмаларығыҙ булһа, рәхәтләнеп файҙалана алаһығыҙ!

Бөгөн күптәр алманың мул осоронда уны турап туңдырғысҡа һала, йә иһә ҡайнатма, һуттар яһай. Әммә киптерелгән алманың файҙаһы күберәк икәнлеген бөтәһе лә белмәй. Шуға күрә уны һирәк хужабикәләр генә ҡырҡып, еләҫ урында киптереүҙе хуп күрә.

Киптерелгән алма - витаминдарға бай тәбиғи ризыҡ, уны теләгән ваҡытта чипсы кеүек ашарға ла мөмкин. Был алмала кальций, калий, тимер, натрий, фосфор, йод, көкөрт, баҡыр бар. Ул хәтер һәм аҡыл эшмәкәрлеге өсөн дә ыңғай йоғонто яһай. Шулай уҡ мәтдәләр алмашыуын, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта. Бигерәк тә эсе ҡатып интегеүселәргә бик яҡшы ярҙам итә, холестеринды кәметә. Ҡан баҫымы түбән булғандарға киптерелгән алма ашарға тәҡдим ителә, ул шулай уҡ ҡан тамырҙарын нығыта. Шәкәр сире, һимереү ҡурҡынысы янағандарға киптерелгән алманы файҙаланыуҙан һаҡ булырға кәңәш ителә, ҡулланғанда сама белеү яҡшыраҡ, ти табиптар ҙа. Ә бына диатез менән сирләгән балаларға киптерелгән алманың компотын эсеү файҙалы.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас