Был рецепт айырыуса дарыу эсергә яратмаған балаларға оҡшар. Тәмле дауаны эшләр өсөн ике бешкән банан, ике аш ҡалағы бал һәм 400 мл һыу кәрәк буласаҡ.
Һыуҙы кәстрүлгә ҡоябыҙ ҙа ҡайнататырға ҡуябыҙ. Һыу ҡайнаған арала банандарҙы әрсеп, сәнске ярҙамында яҡшылап иҙәбеҙ. Һыу ҡайнап сыҡҡас, уттан алабыҙ һәм банан иҙмәһен өҫтәп яҡшылап болғатабыҙ.
Ҡуйы ғына масса килеп сығасаҡ. Аартабан әҙерәк һыуытып алабыҙ һәм бал ҡушып болғатабыҙ. Дарыу әҙер!
Көнөнә 4 тапҡыр 2-3 сәй ҡалағын ашарға кәңәш итәләр. 2-3 көн ҡулланғанда йүткереүегеҙ кәмер, яҡшыраҡ йоҡларһығыҙ. Сөнки бананда тынысландырыу көсөнә эйә матдәләр ҙә бар.
Сәләмәт булығыҙ!