Телефон доверия МВД по РБ – 8 (347) 279-32-92
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
7 Декабрь 2025, 12:20

Ҡыҙыл шәкәр

Мең дә бер кәңәш

Ҡыҙыл шәкәр
Ҡыҙыл шәкәр

Ҡыҙыл шәкәр

Ҡайһы кеше, бигерәк тә бала-саға, сөгөлдөр ашарға яратмай. Шуға күрә, шәкәр сиробы яһарға һәм 1 стакан сей сөгөлдөр һутын ҡушып, 20-30 минут ҡайнатырға. Өлгөргәнлеген белеү өсөн бер ҡалаҡ сиропты һыуытып ҡарарға, ҡатһа, өлгөргән була. Төрлө формаларға ҡойоп ҡатыраһың, сәйгә ҡушып әсәһең, шул көйө ашайһың.

Һоло һыуы

Хәлһеҙләнгәндә, бөйөр ауыртҡанда, ҡаты сирләгәндә 1 стакан ҡабыҡлы һолоно таҙартырға, йыуырға һәм 4-5 стакан һалҡын һыу ҡойоп, яртылаш ҡалғансы талғын утта ҡайнатырға, һөҙөргә һәм шул күләмдә һөт өҫтәп, 2-3 минут ҡайнатырға. 3-4 балғалаҡ бал өҫтәгәс, тағы 2-3 минут ҡайнатырға. Көн һайын 1-2 ҡалаҡ эсергә.

Һөҙмә – киҙеүгә ҡаршы көс

Ҡорот эшләүгә оҙаҡ ваҡыт кәрәк. Уның урынына һөҙмә эшләргә була. Һөттө ҡайнатып ойотаһың, һыуынғас, әскелтем итеп тоҙ ҡушып болғайһың һәм һарҡытырға тоҡҡа һалаһың. Һыуы һарҡып бөткәс, кәрәгенсә борос, һөҙмәнең күләменә ҡарап, 1-2 баш һарымһаҡты иҙеп, ҡушып баҫаһ­ың. Әҙер һөҙмәне эмаль йә быяла һау­ыттарға тултырып, һалҡын урынға ҡуяһың. Тымау, киҙеү тойолһа, кис­кеһен май ҡушып, ҡайнар һыу менән шыйыҡлап, бер стакан итеп эсеп ята­һың. Бик килешә.

Йүтәлдән кәбеҫтә

Баҡсаларҙа үҫкән кәбеҫтәне йыйып алдыҡ, хәҙер ашарға ла, дауаланырға ла ярай. Йүтәлләгәндә эре итеп турал­ған кәбеҫтәне эмаль кәстрүлгә тулты­рып, өҫтөнә ҡайнап торған һыу ҡой­оп, ябып, бер аҙ төнәтәһең дә, көнө буйы эсә алғансы әсәһең. Ашҡаҙанға ла шифалы.

Үпкә сире

10 лимонды ит турағыстан үткәреп, 10 сей йомортҡа, 10 бешкән йомортҡа ҡабығын онтаҡлап ҡушып болғарға һәм 12 көн ҡараңғыла тоторға. 12 көндән һуң бер шешә коньяк ҡойоп болғатырға ла, марля аша һөҙөргә, тағы ике көнгә ҡараңғыға ҡуйырға. Көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.

"Киске Өфө"нән

БЫЛ МӘҠӘЛӘ ДӨЙӨМ МӘҒЛҮМӘТ ӨСӨН ТӘҒӘЙЕНЛӘНӘ ҺӘМ МЕДИЦИНА БЕЛГЕСТӘРЕ КӘҢӘШТӘРЕН АЛМАШТЫРА АЛМАЙ.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас