Балан емештәрен ҡайнар һыуҙа бешереп, иләк аша ыуығыҙ ҙа, 1:1 нисбәтендә бал өҫтәп, болғағыҙ. Ҡатнашманы бүлмә температураһында бер аҙна тотҡас, көнөнә бер тапғыр ас ҡарынға берәр аш ҡалағы ашарға кәрәк. Ошо бер ҡалаҡ баллы баланда бер көнлөк витаминдар запасы тупланған.
Тамаҡ ауыртҡанда 1 аш ҡалағы баланды 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ҡаплап, 2 сәғәт төнәтергә. Ангина булһа, был төнәтмә менән тамаҡты көнөнә өс тапҡыр сайырға, ә тамаҡ ғырылдап торһа, 1 аш ҡалағы менән көнөнә өс тапғыр эсергә кәрәк.
Бронхит осрағында 3 аш ҡалағы баланды иҙеп, шул тиклем үк бал менән бутарға. Өҫтөнә 1 л ҡайнағын һыу ҡойоп, 10 минут ҡайнатырға. Һөҙөргә лә, сәй һымаҡ эсергә кәрәк. Был баллы балан сәйе үпкә шешкәндә лә ныҡ килешә!
ХАЛЫҠ МЕДИЦИНАҺЫН ҠУЛЛАНЫР АЛДЫНАН ТАБИП МЕНӘН КӘҢӘШЛӘШЕРГӘ ОНОТМАҒЫҘ!