Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәш
12 Март , 15:35

Помидор үҫентеләрен ашландырыу

...

Йыш ҡына һатып алған орлоҡтарҙың күп өлөшө «буш» була. Шуға ла үҫентеһеҙ ҡалмаҫ өсөн башта уларҙы һыуға һалып ҡарарға кәрәк. Бының өсөн бүлмә температураһындағы 1 стакан һыуға 1 балғалаҡ тоҙ һалып, помидор орлоҡтарын һалып болғатырға. Стакан төбөнә төшөп ятҡандары ултыртырға ярай тигәнде аңлата күтәрелгәндәрен алып ташларға кәңәш ителә. Тоҙло һыуҙан алғас, ултыртаһы орлоҡтарҙы сайҡарға онотмағыҙ.

 Алдан әҙерләп ҡуйылған йәшниккә 1 см тәрәнлектә, араларын 2 – 3 cм ҡалдырып, тупраҡҡа сәсергә. Помидор серетмә ҡатыш торфлы тупраҡты ярата, фосфорлы- калийлы ашламаларға һиҙгер (1 биҙрә тупраҡҡа өстән бер өлөш суперфосфат һәм 2 – 3 стакан көл һалырға). Йәшниктең өҫтөн пленка менән ҡаплап, йылы һәм яҡты урынға (20 – 23 градус йылылыҡ талап ителә) урынлаштырырға. 7 – 8 көндән һуң беренсе үҫентеләр баш ҡалҡытыр. Улар 5 – 7 сантиметрға тиклем үҫкәс, үҫентеләрҙе яртылаш тупраҡ һалынған 400 грамлы стакандарға күсереп ултыртырға онотмағыҙ.

Үҫкәндә һауытҡа әҙ-әҙләп тупраҡ өҫтәргә кәрәк һәм ян-яҡ япраҡтарын өҙөп ташларға кәңәш ителә. Аҙнаһына бер тапҡыр шыйыҡ органик ашлама менән туҡландырып барыу шарт. Үҫенте 30-40 см бейеклеккә еткәс, көслө тамыр системаһын үҫтереү өсөн 1 литрлы һауыттарға күсереп ултыртһаң үҫенте ныҡ булыр. Әгәр ҙә үҫентене май баштарында уҡ теплицаға ултыртырға планлаштыраһығыҙ икән, быны эшләмәһәгеҙ ҙә була.

Пленка аҫтына сығарып ултыртыу өсөн помидорҙы 1 – 10 мартҡа тиклем, асыҡ грунтҡа ултыртыу өсөн марттың 25-нән апрелдең 5-нә иклем сәсеү яҡшы. Үҫентеләр сыҡҡас, һыуҙы һирәк, ләкин мул итеп һибергә кәрәк. Асыҡ тупраҡҡа сығарырға ике аҙна ҡалғас үҫентеләрҙе сыныҡтырыу зарур.

Читайте нас