Файҙалы кәңәш
18 Мая , 05:41

Май айының шифалы үләндәре

Май айында бик күп шифалы үләндәрҙе йыйып алып ҡалырға мөмкин. Был осорҙа һары умырзая, май ландышы, тиле шалҡан (сурепка), бәпембә, юл япрағы, ала миләүшә, сөйәл үләне, кәкүк баш (медуница лекарственная), бесәй тәпәйе, ҡырҡбыуын үләндәрен; һаҙанаҡтың (багульник болотный) япраҡһыҙ ботаҡтарын; һалбыр ҡайын, ҡыҙыл көртмәле, тайтояҡ, кесерткән, үгәй инә үләне, кәкүк емеше (первоцвет весенний), ҡара ҡарағат, талҡанемеш япраҡтарын; ҡайын, аҡ шыршы, күк тирәк, уҫаҡ бөрөһөн; сирень, муйыл, алмағас, сейә, ҡыҙыл энәлек сәскәһен; айыу ҡурайы, дегәнәк, шифалы бәпембә, цикорий, керән, ҡырҡҡолас тамырын; балан, этмуйыл, имән ҡайырыһы, аҡтамыр тамырһабағын йыялар. Быларҙың барыһын да төрлө сирҙәрҙән дауаланыу өсөн ҡулланырға була, халыҡта дарыу үләндәре булараҡ киң таралған ҡайһы берҙәре буйынса төрлө сығанаҡтарҙан алынған кәңәштәрҙе еткерәбеҙ.

Май ландышы

Ландыш төнәтмәһе астма, өйәнәк, көҙән йыйырыу, паралич, инсульт, Базедов ауырыуы, баш һәм ашҡаҙан ауыртҡанда ҡулланыла.

Йөрәк ауырыуҙары. Банканың 3/4 өлөшөн тәшкил иткән ландыш сәскәләрен спиртта 2-3 аҙна төнәтергә, һөҙөргә. һыу ҡатыштырып, көнөнә 2-3 тапҡыр 10-15 тамсы төнәтмә эсергә.

Көҙән йыйырыу, Базедов ауырыуы. 4 грамм ландыш сәскәһен 1 стакан ҡайнар һыуға һалырға. Һыуынғас, һөҙөп алырға, һәр ике сәғәт һайын 1 ҡалаҡ миҡдарында эсергә.

Мейегә ҡан һауыу ҡурҡынысы янағанда шул уҡ төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр һәр ҡалаҡ эсергә.

Глаукома. 1 балғалаҡ ландыш сәскәһе һәм ярты стакан кесерткән япраҡтарына бер ҡалаҡ ҡайнар һыу ҡойорға. Ҡараңғы урында 8-9 сәғәт төнәткәндән һуң, ярты балғалаҡ сәй содаһы ҡушырға. Килеп сыҡҡан массаны күҙҙәргә ябырға.

Конъюнктивит. Ландыш сәскәһе төнәтмәһенең 10 тамсыһын алдан ҡайнатып алынған 90 тамсы йылы һыу менән ҡатыштырырға. Марля тампонын сылатып, күҙҙәргә ябырға.

Иҫкәртеү: ландыш төнәтмәләрен бөйөр һәм бауыр ауырыуҙарының ҡаты формаһы осрағында ҡулланырға ярамай. Ландыштың бешкән ҡыҙыл емештәре ағыулы. Ландыш менән ағыуланыу һәм кәрәктән артыҡ ҡулланыуҙың төп билдәләре: күңел болғана, уҡшыу, диарея, төрлө аритмия төрҙәре, парасистолия, йөрәк ҡарынсығы тахикардияһы, мускулдарҙың көсһөҙлөгө, баш ауырта, тирегә аллергия сыға, үтә ярһыупаныу, күҙҙең күреү һәм төҫтәрҙе айырыу һәләте боҙола.

 

Ала миләүшә

Ала миләүшәнең (анютины глазки) үләнен сәскә атҡан мәлендә йыйып алалар һәм яҡшы елләтелгән бүлмәлә йоҡа ғына итеп йәйеп киптерәләр. Уның составында флавоноид-тар (рутин, витексин, ориентин), антоциандар, салицил кислотаһы бар. Ала миләүшә төнәтмәһен ҡаҡырыҡ сығарыу өсөн ҡулланалар, күкрәк һәм һейҙек ҡыуҙырыусы үләндәр йыйылмаһына инә. Ҡырҙа үҫкән ала миләүшә традицион һәм халыҡ медицинаһында ҡылауыр, йүтәл, бүҫер, теш һыҙлауын һәм башҡа ауырыуҙарҙы дауалағанда ҡулланыла. Уның шифаһы составында сапонин, инулин, виолин һәм башҡа төр гликозидтар булыуы менән аңлатыла.

Ҡоро йүтәл. 5-6 ҡалаҡ үләнгә 5 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 12 сәғәт төнәтеп, һөҙөп алырға. Төнәтмәгә 5-6 ҡалаҡ шәкәр ҡушып яй гына утта ҡуйырғансы ҡайнатырға, әҙер булыуға 3-5 минут ҡалғанда лимон һуты өҫтәргә. Был төнәтмәне эҫе сәй менән бер ҡалаҡ ҡушып эсергә кәрәк.

Үт ҡыуығында таш булғанда. Ала миләүшә, күгүлән, сөйәл үләне, һары мәтрүшкә, кукуруздың емешлек ауыҙы, бәпембә тамыры, әнис һәм кориандр емештәрен тигеҙ өлөштә алалар. Бер ҡалаҡ ҡатышмаға 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 1 сәғәт төнәтеп, көнөнә 100 мл әсәләр.

Тымау тейгәндә. Ала миләүшә тамыры, ваҡланған меңьяпраҡ, мәтрүшкә үләне, балан ҡайыры һәм шалфей тамыры тигеҙ өлөштә алына. Ҡалаҡ ярым үлән йыйымын һыуыҡ һыу ҡойоп төнәтеп, 5-7 минут ҡайнатып һөҙөргә. Ҡайнатманы быулы ингаляторҙа ҡулланалар, йәки танауға тамыҙалар.

Иҫкәртеү: ала миләүшә төнәтмәләрен йыш ҡулланыу эсәктәр ауырыуын ҡуҙғытыуы бар, шуға дауаланыуҙы туҡ-татып-туҡтатып торорға кәрәк. Гепа-тит ауырыуҙары, бөйөрҙөң "гломеруло-нефрит" тигән ауырыуы булғанда был үләнде ҡулланыу тыйыла.

 

Сирень сәскәһе

Сирень сәскәһен ҡулланыуға әҙерләү өсөн бөрөләнгән саҡта ипләп кенә ҡырҡып алып, 3-5-әүһен бергә йыйнап, ҡоро, яҡшы елләтелгән һәм саңһыҙ урында элеп ҡуялар. Сирень сәскәһе 1-2 аҙна тирәһе эсендә кибә, һуңынан уны ҡапҡасы ябыҡ быяла һауытта йәки махсус моҡсайҙа һаҡлағанда 1,5-2 йыл ҡулланырға ярай.

Сирень сәскәһенең араҡыға һалып эшләнгән төнәтмәһе шифалы һанала. Уны әҙерләү өсөн ҡыуаҡтың сәскәләрен һәм бер аҙ япраҡтарын быяла банкаға һалырға, дөйөм ауырлығы 95-100 грамм тартырға тейеш. Сеймалға 900 миллиметр спирт, араҡы ҡойорға һәм капрон ҡапҡас менән ныҡлы ябып, ҡараңғы һәм һалҡыныраҡ урынға 9-11 тәүлеккә ултыртырға. Төнәтмәне һөҙөп алырға кәрәкмәй, ҡараңғы һәм һалҡын урында тотҡанда 1 йыл тирәһе файҙаһы һаҡлана. Был рәүешле әҙерләнгән төнәтмә бөйөрҙә таш булғанда, йүтәл, үпкә туберкулезы, тапма ауырыуы, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, баш ауыртыу, быуын шеше, подагра, ревматизм, остеохондроз, төрлө бәшмәк ауырыуҙары, вируслы, бактериаль ауырыуҙарҙы дауалауҙа файҙалы, һыҙлаған урынды сирень төнәтмәһе менән көнөнә ике тапҡыр ыуыныу ярҙам итә. Ҡайһы бер сирҙәрҙән дауаланыу тиҙерәк булһын өсөн үрҙә килтерелгән рецепт саҡ ҡына үҙгәртелергә мөмкин.

Ҡан тамырҙарының варикозлы киңәйеүе. 0,5 литрлыҡ банкыға сирень сәскәһен һалып, өҫтөнә араҡы ҡойоп, ай ярым төнәтергә. Шунан һөҙөп алып, тәндең зыян күргән урынын көнөнә 1-2 тапҡыр сылатырға кәрәк, ыуаламаҫҡа.

Иҫкәртеү: ашҡаҙан-эсәк юлы көслө ауырыуҙары, аменорея, гломерулонефрит, бөйөрҙөң хроник ауырыуы булғанда 16 йәшкә тиклем сирень төнәтмәһен ҡулланыу тыйыла.

 

Сөйәл үләне

Сөйәл үләнен (чистотел) йыл әйләнәһенә дауаланыуҙа ҡулланырға мөмкин. Ҡышҡыға әҙерләү өсөн сөйәл үләне сәскә атҡан май-июль айҙарында ҡоро һәм ҡояшлы көндәрҙе көтәбеҙ. Сағыу йәшел япраҡлы, бер ниндәй ҙә ауырыуы булмаған матур үләндәрҙе генә һайлап, һабағын ерҙән 10 см өҫтән ҡырҡабыҙ. Ҡул менән дә йолҡорға була, ләкин тирегә һәм кейемгә һутын тамыҙырға ярамай, бигерәк тә күҙгә тейҙереүҙән һаҡ булығыҙ. Сөйәл үләнен өй башында, һарайҙа йәки башҡа яҡшы елләтелгән, ҡоро һәм йылы урында йоҡа ғына итеп һалып киптерергә кәрәк. Күләгәле урында элеп тә киптерергә була. Кипкән үләнде сепрәк йәки ҡағыҙ моҡсайға һалып, ҡараңғы урында һаҡлағанда, ике йыл файҙалы сифаттары юғалмай. Тамыры менән ҡаҙып алынған сөйәл үләнен ҡалын ҡағыҙға йәки киндер сепрәккә төрөп элеп ҡуйғанда, ул 5 йылға яҡын файҙалы сифаттарын һаҡлай.

Сөйәл үләне һуты. Йәш, һау үҫентеләрҙе һайлап тамыры менән ҡаҙып алып, яҡшылап таҙартып йыуырға. Тамырын, һабағын, япрағын, сәскәһен ваҡ өлөштәргә киҫеп, ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Килеп сыҡҡан массаны марляға һалып һығып, аҡҡан һутын борма ҡапҡаслы шешәгә, банкаларға ҡоябыҙ. Һутлы һауытты һалҡынға ҡуябыҙ, әммә һыуытҡысҡа түгел. Ул 4-5 көндән әсей башлай, шуға ҡапҡасын асып, газын сығырғандан һуң ныҡлап кире ябып ҡуябыҙ. Шул рәүешле әсеү процесы тамамлағансы газын сығарып, ныҡлап ябып торорға кәрәк. Әҙер һут һалҡын урында яҡшы ябылған хәлдә һаҡланһа, 2-3 йыл файҙаһын юғалтмай.

Сөйәлдән мазь. 1 ҡалаҡ яңы йәки әҙер сөйәл һутын 4 ҡалаҡ вазелин менән бутарға, 1 /4 ҡалаҡ карбол кислотаһы ҡу-шырға. һуты урынына онтаҡланған кипкән үләнде лә ҡулланырға була. Май сөйәл, һипкел һәм пигмент таптарын бөтөрөргә лә ярҙам итә.

Төнәтмә. 1 ҡалаҡ сөйәл үләне, 1 ҡалаҡ юл япрағы, 2 ҡалаҡ шифалы мелисса, 2 ҡалаҡ ике өйлө кесерткән, 2 ҡалаҡ баҫыу ҡырҡбыуыны үләне, 1 ҡалаҡ бәпембә. Ҡатнашманы яҡшы бутарға һәм 2 ҡалағын эмалле кәстрүлгә һалып, 3 стакан һыуыҡ һыу ҡойоп ҡайнатырға. Ҡайнап сыҡҡас та утты һүндереп, бүлмә температураһында һыуытырға. Төнәтмә һыуынғас, һөҙөп алырға, һыуытҡыста ике көн һаҡлана. Төнәтмәне стакандың өстән бер өлөшө миҡдарында көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан алда эсергә.

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

Читайте нас