

Аспирин баш ауыртыуын баҫыусы һәм температураны төшөрөүсе дарыу ғына түгел. Был препарат составындағы салицил кислотаһы баҡса культураларының үҫеүен тиҙәйтә, уңышты арттыра, үҫемлектәрҙә С витаминын арттырып, иммунитетын нығытыуға булышлыҡ итә.
Бынан тыш, салицил кислотаһы вертициллез, фитофтороз и фузариоз кеүек бәшмәк ауырыуҙарын юҡ итә. Үҫемлектәр үҙҙәре лә салицил кислотаһы бүлеп сығара, тик әҙ миҡдарҙа. Ә баҡса культураһы стресс кисергәндә ул бөтөнләй бүленмәй тиерлек. Аспирин иһә салицил кислотаһы дефицитын тулыландырып, үҫемлектәргә бәшмәк ауырыуҙарына, ҡайһы бер зарарлы бөжәктәргә ҡаршы торорға, шулай уҡ ҡоролоҡто, һауа температураһының ҡапыл үҙгәреүен һәм башҡа имен булмаған һауа торошон үткәрергә ярҙам итә.
Аспиринды баҡсала нисек ҡулланырға?
Препаратты тамыр һәм тамырҙан тыш туҡландырыуға индерәләр, шулай уҡ орлоҡтарҙы эшкәртеү һәм үҫентеләрҙе тамырландырыу өсөн ҡулланалар. Орлоҡтарҙы эшкәртеү өсөн 1 таблетканы (500 мг) 1 литр һыуҙа иретергә кәрәк. Артабан сәсеү материалын 8-10 сәғәткә ошо иретмәгә һалырға. Баклажан, борос, помидор һәм башҡа эт ҡарағаты һымаҡтар (пасленовые) ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр орлоҡтарын эшкәртергә тәҡдим ителә.
Сыбыҡсаларҙы тамырландырыу өсөн 1 таблетканы 250 мл һыуҙа иретергә тәҡдим ителә. Сыбыҡсаларҙы ултыртыу алдынан 2-3 сәғәткә шул иретмәлә тотоға кәрәк.
Тамыр туҡландырыуы өсөн 500 мг ике таблетканы 500 мл йылы һыуҙа иретергә. Артабан уға 10 литр һыу өҫтәп болғатырға. Ҡыярҙарҙы һәм помидорҙарҙы өс аҙнаға бер тапҡыр ошо иретмә менән һуғарырға. Һәр береһенә 1-әр литр ҡойорға кәрәк.
Тамырҙан тыш туҡландырыу (һиптереү) түбәндәгесә башҡарыла. 5 литр һыуҙа 1 таблека (500 мг) аспирин һәм 50 г кер һабынын иретергә. 10-14 көнгә бер тапҡыр һиптерергә. Процедураны ысыҡ кипкәндән һуң иртәнсәк йәки кис үткәрергә кәрәк.