Файҙалы кәңәш
14 Июня , 07:00

Айыу көпшәһе

Йәшел дарыухана

Айыу көпшәһенең (дягиль лекарственный) тамырһабағында эфир майы, кумариндар һәм фуранокумариндар, дуплау матдәләре, терпеноидтар, органик кислоталар, фитостериндар, ыҫмала, балауыҙ, шәкәр бар. Ә япрағында һәм сәскәһендә диосмин тигән флаво-ноид, емешендә - кумариндар күп.

Айыу көпшәһенең япрағы, һабағы, тамыры ла ашарға яраҡлы, шулай ҙа аш-һыу әҙерләүҙә йышыраҡ тәмләткес булараҡ ҡулланалар. Көҙ йыйылған емештәрен төрлө һурпаларға ҡушалар, настойка һәм еләк-емеш шараптарын тәмләтәләр. Айыу көпшәһе ҡушып әҙерләнгән аш-һыу аш һеңдереү процессын яҡшырта, витаминдар һәм башҡа файҙалы матдәләргә бик бай була. Дауаланыу өсөн сәскә атып өлгөрмәгән үләндең та-мырһабағы тамырҙары менән әҙерләнә. Беренсе йылда үҫемлекте көҙ йыялар, икенсе йылда - иртә яҙ менән. Ҡаҙып алынған тамырһабаҡтары тупраҡтан яҡшылап таҙартып, һыуыҡ һыуҙа йыуып, һабағының төбөнән ҡырҡырға һәм арҡырыға ҡырҡалар. Үләнде яҡшы елләтелгән урында, өй башында, лапаҫ аҫтында йоҡа ғына итеп йәйеп киптерәләр. Яҡшы һауа торошо булғанда айыу көпшәһенең тамырһабағын йоҡа ғына итеп йәйеп, асыҡ һауала киптерергә лә була, тик ваҡыты-ваҡыты менән өйләндереп торорға кәрәк. Кипкән тамырҙы яҡшы ябылған ағас һауытта һаҡлайҙар.

Айыу көпшәһе ҡан әйләнешен яҡшырта, иммунитетты нығыта. Ул тирләтеү, бәүел сығарыу, тынысландырыу көсөнә эйә. Һыу-спирт настойка-һы ревматизм, подагра, артрит, радикулит ауырыуҙарын дауалауҙа файҙаланыла. Ҡытайҙа айыу көпшәһен ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн ҡулланалар һәм ул шифалы сифаттары буйынса женьшень тамырынан ғына ҡалыша, тип иҫәпләнә.

Артрит. Айыу көпшәһе тамырын онтап, өҫтөнә 1:10 нисбәтендә араҡы ҡойорға. Настойка менән быуындарҙы ыуырға.

Йоҡоһоҙлоҡ. 15 г киптерелгән айыу көпшәһе тамырына 1 стакан һыу ҡойоп ҡайнартырға, 10 минут ҡайнатҡандан һуң һыуытып һөҙөп алырға. Йоҡлар алдынан 1 ҡалаҡ эсергә.

Бронхит. 1) Ҡайнатма йоҡоһоҙлоҡтан арыныу өсөн әҙерләнгән рецепт буйынса эшләнә һәм көнөнә 3-4 тапҡыр берешәр ҡалаҡ эсергә кәрәк.

2) Тир сығарыу, бронхит булғанда ҡаҡырыҡ сығарыу, ларингит, шыма мускуллы ағзалар спазмаһына ҡаршы сара булараҡ ҡулланылған төнәтмәне түбәндәгесә әҙерләйҙәр: үләндең 8-10 г тамырһабағы һәм тамырҙарын термосҡа һалып, 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп 6-8 сәғәт төнәтәләр. Был дауаны ашарҙан ярты сәғәт алда көнөнә 3-4 тапҡыр эсергә.

Хроник гастрит. 1 ҡалаҡ киптереп ваҡланған айыу көпшәһе үләнен 250 мл һыуҙа 5 минут ҡайнатып, 2 сәғәт төнәтергә, һөҙөргә. Хроник гастрит, йүтәл, хроник панкреатит булғанда бер сирек стакан төнәтмәгә бал ҡушып әсәләр.

Шәкәр диабеты. 1) 3 ҡалаҡ киптереп ваҡланған айыу көпшәһе тамырһабағы һәм тамырҙарына 1 стакан һыу ҡойоп, 10 минут ҡайнатырға. 20 минут төнәтергә һәм көнөнә 2-3 тапҡыр ашарҙан алда ярты стакан эсергә.

2) Айыу көпшәһенең тамырһабағы һәм тамырҙарын киптереп, киле, миксер йә ҡәһүә тартҡысла онтаҡлайҙар. Был онтаҡты ашарҙан алда көнөнә 3 тапҡыр 0,5 г күләмендә ашайҙар. Ул шәкәр диабетынан ғына түгел, эс сәнскәндә, эсәктәр күпкәндә, гастрит, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы ауырыуҙарынан да ярҙам итә.

Быуындар һыҙлағанда. Киптерелгән йәки яңы йыйылған айыу көшәһе тамырһабағы һәм тамырҙарын ваҡлап, 1:10 нисбәтендә өҫтөнә 70 процентлы спирт ҡойорға. Ҡараңғы урында өй йылыһында 14 көн тоторға. Һөҙөп алып быуындар һыҙлағанда, невралгик һәм мускулдар ауыртҡанда, шәкәр диабетын дауалауҙа ҡулланалар.

Иҫкәртеү: айыу көпшәһенән әҙерләнгән дауаларҙың зыян килтергән осраҡтары күҙәтелмәгән. Шулай ҙа тире аллергияһы булған кешеләр ҡулына күпертке сығыуы ихтимал, был осраҡта һаҡ булырға кәрәк.

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

("Киске Өфө"нән)

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас