Файҙалы кәңәш
24 Июня , 12:56

Ҡыяр мул уңыш бирһен өсөн

Йүнләп үҫә алмай ултырған ҡыярҙар ҙа был эретмәнән һуң күтәрелеп китер, ауырыуҙарға бирешмәҫ.

ГӘРӘБӘ (янтарь) кистотаһы - үҫеүгә булышлыҡ итеүсе, ҡыярҙарҙы төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлай. Уны ҡыярға 10 көнгә бер һибергә була.

ДӨГӨ төнәтмәһе ҡыярҙарҙың тамырҙарын көсәйтә, тупраҡтың уңдырышлылығын арттыра. Дөгө һыуы ошолай эшләнә. Кофемолкала онталған 1 балғалаҡ дөгөгә 1 л һыу иҫәбенән ҡайнар ҡоябыҙ ҙа (10 л кәрәкһә, тимәк 10 балғалаҡ дөгө онтағы алабыҙ), бер тәүлек төнәтәбеҙ. Ҡыярҙарҙы ашлар алдынан төнәтмәне болғап алығыҙ. 

ҺӨТ һәм ЙОД - үергә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, ауырыуҙарҙан һаҡлай. 1 л һөткә 5-7 тамсы йод тамыҙып, ҡыярҙарға ҡойорға кәрәк.

СОДА әсе тупраҡлы нейтралләштерә. Был ҡыярҙың үҫеүенә һәм уңдырышлылығына яҡшы тәьҫир итә. Шулай уҡ төрлө паразиттарҙан һаҡлай. 2 ҡалағы аш содаһын 1 күнәк һыуҙа эретеп, ҡыярҙарға ҡойорға кәрәк. Ошолай туҡландырылған ҡыярҙар кетерҙәп кенә торасаҡ.

Читайте нас