Ашҡаҙан
Кемдең үҙ хужалығында тауыҡтары бар, улар йомортҡа менән ашҡаҙандың сей яраһын дауалай ала. 1 ҡалаҡ алоэ һуты, 1 балғалаҡ шәкәр ҡомо, 25-30 гр аҡ май, 1 балғалаҡ какао һәм яңы ғына һалынған йомортҡаны (бик булмаһа, кисәңгеһе лә ярай) һытып, барыһын да һәйбәтләп болғатығыҙ. Был ҡатнашманы ас ҡарынға әсегеҙ һәм бер сәғәт бер нәмә лә ашамай тороғоҙ. Хәл яҡшырғансы көн һайын иртән ҡабатларға. Ғәҙәттә 1 курс 12-14 көн дауам итә. Был ваҡытта ҡаты диета тоторға, иҫерткес эсемлектәр ҡулланмаҫҡа, тәмәке тартмаҫҡа, сөнки никотин сей яраны ҡуҙғытып тик тора, йүнәлергә бирмәй.
Ҡорошҡаҡ
Аяҡты ҡорошҡаҡ (судороги в ногах) тотоу йышайһа, ҡан тамырҙары насарайып, күгәреп торған урындар барлыҡҡа килһә, етмәһә, аяҡтар тиҙ арый башлаһа, күберәк йәшел үләндәр, ҡабаҡ, һоло бутҡаһы, һоло ҡайнатылған һыу, шыйыҡ итеп бешерелгән йомортҡа, самалап сәтләүек, зәйтүн емеше, арпа оно ҡушып бешерелгән икмәк, ҡара емеш ашарға кәрәк. Ошо рәүешле диетала ултырһағыҙ, ике аҙнанан ҡорошҡаҡ тотоу бөтә, ә өс аҙнанан ауырыуҙың эҙе лә ҡалмаҫ.
Юғары ҡан баҫымы
Юғары ҡан баҫымын нормалләштереү өсөн табип ҡушҡан дарыуҙарҙы ҡабул иткән саҡта һәм дарыуҙарҙы эсеп бөткәс, ауырыу ҡабатланмаһын өсөн: 2 лимонды бик ваҡ итеп турап, 1,5 стакан шәкәр ҡомо менән болғатырға һәм 6 тәүлек тоторға. Был дауаны ашағандан һуң сәйгә ҡушып эсеп торорға. Беренсеһе бөтмәҫ элек тағы 2 лимонды шәкәр менән болғатырға һәм 6 тәүлеккә ултыртып тоторға. Өс тапҡыр шулай ҡабатлағас, сәйҙе лимон менән эсеүгә күсергә.
Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.