Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы/Год семьи
16 Февраль , 10:04

"Атом һалдаты"

Наил Ғиззәтулла улы Йәғәфәровтың "Атомные солдаты Башкортостана" исемле хәтер китабында Башҡортостанда йәшәүсе һәм ядро ҡоралын һынауҙа туранан-тура ҡатнашҡан, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған ветерандар тураһында яҙылған. Ул үҙе лә 1954 йылда Тоцк ваҡиғаларында ҡатнашҡан. Н.Йәғәфәров үҙенең иптәштәре һәм башҡа һалдаттар (ветераны подразделения особого риска) тураһында бик күп мәғлүмәт туплаған, иҫтәлектәре менән бүлешкән. Был китапта беҙҙең райондан да атом ҡоралын һынау үткәргән ваҡытта ҡатнашҡан күп кенә һалдаттарҙың исемдәре бар,улар тураһында ҡыҫҡаса белешмә лә бирелгән. Уларҙың береһе минең атайым – Хәмиҙуллин Ишмырҙа Мөхәмәҙиәр улы. Атайыбыҙ 1960 йылда тыуған ил алдындағы бурысын үтәү өсөн Армия сафына алына. Йәп-йәш, яңы ғына тыуған йортонан айырылған һалдат, үҙенең ҡайҙа хеҙмәткә алыныуы тураһында уйламағандыр ҙа. Ул,1960-1963 йылдарҙа, СССР-ҙағы иң тәүге һәм иң ҡеүәтле Семипалатинск ядро полигонында (СИЯП) хеҙмәт итә. 93864-се хәрби часта, ефрейтор званиеһында уҡсы була.

"Атом һалдаты"
"Атом һалдаты"

Һуғыш алды йылдары... Советтар Союзы, илдә тыныслыҡ урынлаштырыу һәм үҙаллылыҡты һаҡлап алып ҡалыу өсөн, яңы төр ҡорал уйлап табыу өҫтөндә эш алып бара. Академик И.В.Курчатов етәкселегендә ғалимдар атом ҡоралы төҙөү буйынса көсөргәнешле эш башлай һәм 4 йылдан һуң ғына был эште тамамлай.1947 йылдың авгусында СССР Министрҙар советы ядро ҡоралын һынау өсөн, Семипалатинск ядро полигонын (СИЯП-Семипалатинский испытательный ядерный полигон) төҙөргә ҡарар ҡабул итә. Ҡаҙағстан сүллегендә, Семипалатинскиҙан 180 км. алыҫлыҡта, диаметры 20-25 км. еткән полигон төҙөү планлаштырыла. 1945 йылдың йәй аҙағында бында тәүге сапер-төҙөүселәр часы урынлаштырыла, тик барлыҡ әҙерлек эштәре 1949 йылдың август айында ғына тамамлана.


1949 йылдың 29 авгусында бында РДС-1 исемле тәүге атом зарядын һынап ҡарайҙар. Полигонға хәрби техника, тәжрибә үткәреү өсөн хайуандар, шулай уҡ радио-һәм дозиметрик приборҙар килтерелә. Ә инде тәжрибәнән һуң, тағы ла яңы һынау үткәреү һәм ҡышлау өсөн, төҙөүселәр машиналары ағыла башлай.
1953 йылдың авгусында полигонда тәүге термоядро, 1955 йылдың ноябрендә водород ,ә 1961 йылда 30 метр бейеклектә урынлашҡан 20 килотонналыҡ ҡеүәте булған атом бомбаһы шартлатыла. Семипалатинск полигонында ғына 343 шартлатыу эштәре үткәрелә. Был һынауҙарҙа 1 миллионға яҡын кеше, һалдаттар, офицерҙар, генералдар ҡатнаша. 1963 йылға тиклем СССР-ҙа 28 ер һәм 138 һауа ядро бомбалары шартлатыла. Иң тәүге атом бомбаһы 1949 йылдың авгусында шартлатылһа, аҙаҡҡыһы 1989 йылдың 19 октябрендә була.


40 йыл буйы ҡаҙаҡ далаларында меңәрләгән һынау үткәрелә. Миллион ярымдан ашыу кеше күҙмә күҙ ошо ауырлыҡтар менән осраша, ғүмерҙәре, төрлө ауырыуҙар менән көрәшә. Полигондағы тормош һәм хеҙмәт - ул батырлыҡ өлгөһө. Хәрби төҙөүселәрҙең, һалдаттарҙың, хәрби башлыҡтарҙың ҡаһарманлығы маҡтауға лайыҡлы.
Атом ҡоралы менән бәйле булған бөтә материалдар ошоғаса йәшерен сер булып килде. Тик 1989 йылда ғына был ваҡиғаларҙың сере асылды.Әлеге ваҡытта Ҡаҙағстанда урынлашҡан Семипалатинск полигоны ябыҡ.1991 йылдың 29 авгусында Ҡаҙағстан ССР-ы президенты Н.Назарбаев указы менән Семипалатинск полигоны рәсми рәүештә ябыла. Ядро ҡоралын һынау Яңы Ер, Ладога утрауҙарында ла үткәрелә.
Ошо һәм башҡа хәүефле объекттарҙа Рәсәйҙең "атом һалдаттары" хеҙмәт итә лә инде.


Наил Ғиззәтулла улы Йәғәфәровтың "Атомные солдаты Башкортостана" исемле хәтер китабында Башҡортостанда йәшәүсе һәм ядро ҡоралын һынауҙа туранан-тура ҡатнашҡан, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған ветерандар тураһында яҙылған. Ул үҙе лә 1954 йылда Тоцк ваҡиғаларында ҡатнашҡан. Н.Йәғәфәров үҙенең иптәштәре һәм башҡа һалдаттар (ветераны подразделения особого риска) тураһында бик күп мәғлүмәт туплаған, иҫтәлектәре менән бүлешкән. Был китапта беҙҙең райондан да атом ҡоралын һынау үткәргән ваҡытта ҡатнашҡан күп кенә һалдаттарҙың исемдәре бар,улар тураһында ҡыҫҡаса белешмә лә бирелгән.
Уларҙың береһе минең атайым – Хәмиҙуллин Ишмырҙа Мөхәмәҙиәр улы.

Атайыбыҙ 1960 йылда тыуған ил алдындағы бурысын үтәү өсөн Армия сафына алына. Йәп-йәш, яңы ғына тыуған йортонан айырылған һалдат, үҙенең ҡайҙа хеҙмәткә алыныуы тураһында уйламағандыр ҙа. Ул,1960-1963 йылдарҙа, СССР-ҙағы иң тәүге һәм иң ҡеүәтле Семипалатинск ядро полигонында (СИЯП) хеҙмәт итә. 93864-се хәрби часта, ефрейтор званиеһында уҡсы була. Тәүҙә төрлө хәрби объекттарҙы төҙөүҙә ҡатнаша, ядро ҡоралын һынап ҡарау майҙансығын һаҡлай. Ә инде, ядро ҡоралына һынау үткәрелгәндән һуң, полигондағы емереклектәрҙе таҙартыу, тергеҙеү һәм авария- төҙөкләндереү эштәрендә ҡатнаша.

Ошо хәрби объекттарҙа булған һалдаттарға ҡайҙа хеҙмәт итеүҙәре тураһында һөйләү ҡәтғи тыйылып, йәшерен сер итеп тоторға ҡушылған. Ысынлап та , атайыбыҙҙың Семипалатинск ядро полигонында хеҙмәт итеүен, китап баҫылып сыҡҡас ҡына белдек. Беҙ, балалары, уның тыуған ил алдындағы һалдат бурысын намыҫлы үтәүе менән сикһеҙ ғорурлана алабыҙ. Илебеҙҙең тыныс, күгебеҙҙең аяҙ, тормошобоҙҙоң матур булыуында уның да өлөшө ҙур булыуын күңелебеҙ менән тоябыҙ. 2000 йылда уға ветеран-һалдат тигән танытма ла тапшырылды.

Атайыбыҙ, Хәмиҙуллин Ишмырҙа Мөхәмәҙиәр улы, 1940 йылдың 22 ғинуарында йәмле Өҫкәлек йылғаһы буйында урынлашҡан Үрге Муйнаҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ғумер буйы ауылда йәшәне һәм эшләне. Тәүҙә комбайнер, тракторист булһа, аҙаҡтан ауыл сельпоһында товаровед булып хеҙмәт юлын дауам итте. Маҡтау ҡағыҙҙары, почет грамоталары менән бүләкләнеүе уның тырыш хеҙмәте тураһында һөйләй.
Атайыбыҙ оҫта көрәшсе лә булды, һабантуйҙарҙа берәүҙе лә алдына сығармаҫ ине. Улы һәм ейәндәре лә көрәш менән шөғөлләнәләр. Район, республика кимәлендә үткән ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар алалар.
Ул мәрәкәсел, йор һүҙле булды, гармунда оҫта уйнаны, оҙон көйлө йырҙарҙы моңло итеп башҡарыр ине. "Фатимам", "Һайра, һандуғасым"ды йырлағаны һаман да иҫтә

Атайыбыҙ, әсәйебеҙ Фәрзәнә Ғәйзулла ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп, 8 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр, барыбыҙға ла махсус һәм юғары белем алырға ярҙам иттеләр. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош аяуһыҙ, ике туғаныбыҙ беҙҙең арала юҡ инде. Ҡалғандарыбыҙ үҙ ғаиләләре менән матур тормош көтә, балалар үҫтерә, һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, ең һыҙғанып эшләп йөрөй. 14 ейән-ейәнсәре үҙҙәренең тәрбиәле, ихтирамлы булыуҙары менән һөйөндөрә. Ике иң ҙур ейәндәре бакалавриат, магистратура тамамланы.

Рәфис, эколог һөнәре алып, газ өлкәһендә уңышлы ғына эшләп йөрөй. Илнар – уҡытыусы, балаларға белем бирә, ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй, Эмилия исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Айзиләбеҙ Сорғот ҡалаһында медицина хезмәткәре, Вилена, Аяз, Залина студенттар, Асман, Ильяс, Иксан, Лиана, Рәмил, Айһылыу, Аскар мәктәп уҡыусылары, иң бәләкас Инзилә садикка йөрөй. Һәр береһе тырышып уҡый, йыр һәм бейеүгә лә оҫталар.

"Бәлә - аяҡ аҫтында" тип юҡҡа ғына әйтелмәгәндер. Атайыбыҙ ,бәләгә тарып, һаулығы ныҡ ҡаҡшаны. Оҙаҡ ауырып, алған яраларынан һауыға алманы.Бәлки атом радиацияһының да йоғонтоһо ҙур булғандыр инде.

Әсәйебеҙ, тормоштоң әсеһен күп татыһа ла, бөгөлөп төшмәне, яҙмыш һынауҙарына бирешмәне. Бала саҡтан хеҙмәт һөйөп үҫкәнгәме, ҡул ҡаушырып тик ултырырға яратмай.Баҡсала йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә, ишек алдын тултырып ҡош-ҡорт аҫрай. Шифалы үләндәр йыйып киптерә.Тәҙрә төптәрендә гөлдәре шау сәскә атып ултыра. Балаларын ҡыуандырып, тыуған йорттоң нигеҙен һаҡлап, матур итеп донъя көтә ул.

Иҫәнғолдан Фирүзә Рәхматуллина.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: