Бөтә яңылыҡтар

Мәзиттең иң йәш ғаиләһе

– Ирем балаларҙы бәләкәйҙән: “Урлашмағыҙ, алдашмағыҙ, үҙ-ара татыу булығыҙ”, – тип өйрәтте. Уны ла ата-әсәһе шулай итеп тәрбиәләгән. Балаларыбыҙ береһе өсөн береһе йән атып торалар, тура һүҙлеләр. Шулар менән ҡайнап йәшәйбеҙ. Береһе имтихан бирә, икенсеһе әҙерләнә, һәр береһе һөйөнөс-ҡыуанысы, нимә эшләгәне тураһында һөйләй – көнө буйы бәйләнештәбеҙ, - ти ете балаға ғүмер биргән әсә. Мәзит ауылының күп балалы һәм өлгөлө иң йәш ғаиләһе - Мирас һәм Гөлләрә Аҙнабаевтар тураһында тулыраҡ сайтта уҡырһығыҙ. #ГодсемьиБашкортостан Фото шәхси архивтан.

Мәзиттең иң йәш ғаиләһе
Мәзиттең иң йәш ғаиләһе

Ете бала тәрбиәләгән Мирас һәм Гөлләрә Аҙнабаевтар Мәзит ауылында иң йәш ғаиләнән һанала. Уларҙың татыу ғаиләһе гөрләтеп ҙур крәҫтиән-фермер хужалығын алып бара. Ҙур ҡыҙҙары Нәркәс кейәүҙә, тормош иптәше хәрби кеше. Тәүҙә Тажикстанда, иренең хеҙмәт иткән ерендә йәшәгәндәр, уны махсус хәрби операцияға ебәргәс, Ырымбурға күсеп ҡайтҡандар. Розалина – Ырымбурҙа табиплыҡҡа, Луизалары УУНИТ-тың Стәрлеләге филиалында биология факультетында уҡый. Ишморат Күмертауҙағы политехник лицей-интернаттың 11-се класында, Алһыу менән Данияр М.Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернатының 7-се, 5-се класында уҡыйҙар. Төпсөк улдары Билалға алты йәш, быйыл мәктәпкә барырға әҙерләнә.

– Йәйҙәрен ҡыҙҙар, ҙур улым ялға ҡайтҡас, ҡулдан эште төшөрәләр. Еңелерәк булып ҡала. Нәркәсем 3-сө класта һыйыр һауа башланы. Әле Алһыу ҙа өйрәнде. Беҙҙең бит балалар кистәрен бик урамға ла сығып йөрөймәйҙәр. Берәй сара йә концерт булғанда ғына барып әйләнәләр, – әсә кеше балалары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Уҡыуҙа һынатмайҙар, төрлө сараларҙа ла әүҙемдәр. Гимназияла үткән сараларҙа Динислам көслө тауыш менән башҡарған йырҙарын йыш ҡына ишетергә тура килә.  – Ирем балаларҙы бәләкәйҙән: “Урлашмағыҙ, алдашмағыҙ, үҙ-ара татыу булығыҙ”, – тип өйрәтте. Уны ла ата-әсәһе шулай итеп тәрбиәләгән. Балаларыбыҙ береһе өсөн береһе йән атып торалар, тура һүҙлеләр. Шулар менән ҡайнап йәшәйбеҙ. Береһе имтихан бирә, икенсеһе әҙерләнә, һәр береһе һөйөнөс-ҡыуанысы, нимә эшләгәне тураһында һөйләй – көнө буйы бәйләнештәбеҙ. 

Аҙнабаевтар үҙҙәре лә бик туған йәнлеләр, ир яҡлап та, ҡатын яғынан да туғандар менән ҡатышып, бер-береһенә ярҙам итеп, терәк булып йәшәй. Мирастың әсәһе менән 25 йыл бергә йәшәгәндәр. Бейеме Разифаның үлемен бик ауыр кисерә Гөлләрә.

– 18 йәшемдә генә кейәүгә сығып, 25 йыл бергә йәшәнек инде. Тора-бара үҙемдең әсәйем кеүек яҡын булып китте ул. Өйҙәребеҙ ҡаршылаш булды. Бер ауыр һүҙ әйтмәне миңә, яҡын күрҙе. Балаларыбыҙ ике арала йөрөп үҫтеләр, уларҙы ҡарашты.

 

Хужабикә донъя мәшәҡәттәренән тыш, дин һабаҡтарына йөрөргә ваҡыт таба. Дәрестәрҙе Нурия апай Көнсыуаҡова бирә икән.

– Өйөндә уҡыта. Шул тиклем дини ҡатын, һәйбәт апай, уҡырға барғы килеп кенә тора, – Гөлләрәнең бейеме лә, ике ҡайнағаһы ла диндә икән. – Мал күп булғас, өлгөрмәҫмен тип уйлағайным, ваҡыт табырға була икән ул. Барып уҡып ҡайтһаң, күңелгә рәхәт булып, арыуҙар бөтөп китә.  Мосолман дине – тәртип дине бит ул.

Бына шундай тырыш ғаилә бар Мәзиттә.  Үҙ бәхеттәрен үҙҙәре булдырған, ете балаһын да үҙ-ара татыу йәшәргә өйрәткән, уларҙы хеҙмәттә тәрбиәләгән һоҡланғыс парға киләсәктә лә имен  һәм бәрәкәтле тормош насип булһын.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: