Башта барыһы ла яҡшы була. Фатима һәм Дим Фәйрушиндарҙың ғаиләһендә Зөлхизә исемле алмалай ҡыҙ үҫә. Бер аҙҙан бәхетле ҡатын икенсегә йөклө икәнлеген белеп ҡыуана. Ғаиләләренең ишәйеүен түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. Тик яҙмыштың ауыр һынауы яндарында ғына уралып йөрөгән икән... 2006 йылдың йәмле июль айында донъяға ауаз һалған Йәнйегеттәре ауыр бушаныу һөҙөмтәһендә йәнһеҙ тиерлек тыуа. Сабыйға тиҙ арала ярҙам күрһәтеп, иртәгеһенә Өфөгә оҙаталар. Әсә бер аҙна дауаханала ятып, нығынғас, балаһы янына бара.
– 4200 грам булып тыуған тумалаҡ йөҙлө сабыйымдың хәле шул тиклем насар ине. Имә алмай, зонд аша ғына һөт ебәрә инек. “Туҡта, былай булмай! Ниҙер эшләргә кәрәк!” тип, медицина бирсәткәһе кейеп ауыҙына көн дә массаж эшләй башланым. Дауахананан ҡайтҡан ваҡытта улым һөт йоторлоҡ ине инде, – тип хәтерләй Фатима Яҡуп ҡыҙы.
Ошонан һуң бик ауыр ваҡыттар кисерә Фәйрушиндар. Машина яллап баш ҡалаға йөрөүҙәр, дауахана юлын тапауҙар, матди ҡыйынлыҡтар... Сабыйға бер йәш тулыуға диагноз ҡуйыла – балалар церебраль параличы. Әммә әсә йөрәге һәр ваҡыт балам һауығыр, барыһы ла яҡшы булыр, тип өмөтләнә. Табиптарға йөрөү дауам итә. Тик бер барғандарында уларға:
– Һеҙ нимәгә өмөт итәһегеҙ? Бер нимә лә яҡшырмаясаҡ. Ҡулығыҙҙан килгәнсе яратып бағығыҙ, тик барыһына ла әҙер булығыҙ, – тигән йән өшөткөс һүҙҙәр әйтәләр.
Былай ҙа күпте кисергән ата-әсәнең йөрәгенә был һүҙҙәр хәнйәр кеүек ҡаҙала. Ғәзиз балаларының һауығырына, һис юғы әҙерәк яҡшы яҡҡа үҙгәреш булырына ышаныстары шул минутта юҡҡа сыға...
Тормош яйлап дауам итә. Йәнйегеттәренә ике йәш тулыуға ғаиләлә өсөнсө бала – улдары Иҙел донъяға килә. Фатима Яҡуп ҡыҙы кесе улы тыуғас бер аҙ тыныслана, яҙмыш ебәргән ауыр һынауға күнә. Ярай әле Зөлхизәһе – төп ярҙамсыһы бар, Йәнйегетте ул бик яҡшы ҡараша, хатта кейемдәрен дә йыуа.
Йәнйегетте ҡарауҙы колхоз тарҡалғас, эшен юғалтҡан Дим Ғәлимйән улына күсергәс, Фатима Яҡуп ҡыҙы, эшкә сығырға ҡарар итә. Мәктәпкә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй, хатта бер аҙҙан хатта ситтән тороп юғары белем дә ала.
Йәнйегеткә быйыл 18 йәш тула. Телевизор ҡарарға ярата, йәнһүрәттәрҙе көлә-көлә ҡарай. Концерттар ярата. Бейеү көйҙәренә, дәртле йырҙарға дәртләнеп ҡулы менән бейеп ултыра. Моңһоу йырҙар булһа, күңеле тулып, илай башлай икән... Яҙ етһә, йылы көндәрҙә коляска менән тышҡа сығарып ултырталар. Ҡаҙ бәпкәләре сипылдашып уны уратып алалар. Эргәһенән уларҙы ҡыуып ебәрһәң, ҡыуанып ултырған Йәнйегет асыуланып китә икән. Атаһы тышта машина йәки трактор ҡабыҙып ебәрһә, тышҡа сығарыуҙы һорап, ишек яғына ҡарай башлай. Ихаталарына ир-ат йәки ҡустыһының дуҫтары килһә лә, ҡанатланып, ҡыуанып китә, уларҙың эргәһенә ашҡына.
– Наҙлы ғына, иркә генә улым бар. Ауырыу булып ҡалыуы бигерәк үкенесле, йөрәкте һыҙлата... Емертеп баҫып йөрөр баһадир егет булыр урынға... инвалид коляскаһында ултырырға мәжбүр, уныһына ла бәйләп кенә ултыртабыҙ бит әле... Бындай ауырлыҡты дошманыма ла теләмәйем, – ти Фатима Фәйрушина һәм һәр ваҡыт яндарында булған, ваҡытында рухи һәм матди ярҙам күрһәткән барлыҡ туғандарына сикһеҙ рәхмәтен еткерә.
Хоҙай Тәғәлә ауырлыҡтарҙы тик күтәрә алырлыҡ кешеләргә генә бирә, ти. Көслө ҡатын, яғымлы әсәйгә артабан да рух ныҡлығы, түҙемлек юлдаш булһын.
Айнә ИМАНҒОЛОВА.
Фото ғаилә архивынан.