Ҡужабаҡ ауылынан Ғайсиндар ярты быуаттан ашыу бергә
Ниндәй генә юлдар үтеп ҡауышмай парҙар?! Яҙмыш, әйтерһең, барыһын да үҙ белдеге менән, үҙе теләгәнсә хәл итә. Ул ярты йәндәрҙе һайлап, ҡулдарынан етәкләп ҡаршы сығара, бер-береһенә ҡараштарын йүнәлттерә, күҙҙәрен осҡонландыра, күңелдәренә сатҡы һала. Шунан башланып китә инде, ғашиҡ булыу, һөйөү, мөхәббәт...
Римма апай ҙа Ҡарабәрҙе ауылы янындағы Олотауынан саңғыла шыуып төшөп килгәндә, яңылыш ҡына уларҙың ихатаһына (ул заманда хәҙерге кеүек кәртәләп алынмаған була) килеп инеп, баҙға эләгеп ҡоламаһа, шунда Юлай ағай менән осрашмаһа, был мөхәббәтле ғаилә барлыҡҡа килер инеме икән?!
Салауат педучилищеһын тамамлаған Әлшәй районы Аҡбирҙе ауылы ҡыҙы Ҡарабәрҙегә уҡытырға килгән була. Ә яңы ғына һалдат хеҙмәтенән ҡайтҡан егеттең йортона туғандары күрергә йыйылған икән.
– Шәкирйән ағай: “Ҡара әле”, – тигәс, ишекте асып ҡына ҡарағайным. Был ҡыҙ миңә йылмайып ҡараны ла, тауға менде лә китте. Неужели, ошо булыр икән минең мөхәббәт, тип уйлап ҡуйҙым, – Юлай ағай уларҙың танышыу тарихын хисләнеп һөйләй. – Кисен мәктәптә “Наза” уйнайбыҙ, бейейбеҙ, йырлайбыҙ. Мин – һалдат формаһында...
Шулай ике йәш йөрәк араһында һөйөү уты тоҡана. Матур итеп, ике яҡта ла гөрләтеп туй уҙғарып, йәшәп китәләр. Армияға тиклем Мораҡта шоферлыҡҡа уҡыған ғаилә башлығы Юлай Кинйәғәле улы колхозда шофер, унан тракторсы булып эшләй. Римма Әхмәт ҡыҙы башланғыс класта уҡыта. Икеһе лә матур итеп йырлай, матур итеп бейейҙәр. Өйләнешкәс тә ауылдың йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәйҙәр.
– Балалар күп заман, ставка ярымға эшләнем. Башҡортостан Республикаһы гимнын яҙған Фәрит Иҙрисовты ла, “Акрополь” етәксһе Хәйҙәр Ғайсинды ла мин уҡыттым, – тип һағынып та, ғорурланып таиҫләй Ҡарабәрҙелә эшләгән йылдарын Рима апай.
Колхоз алға бара алмағас, уны “Инәк” совхозына ҡушалар. Ғайсиндар Ҡужабаҡҡа күсенә. Тимер яратҡан кешегә ни, ҡайҙа ла эш бар. Юлай Кинйәғәле улы һөнәре буйынса эшләүен дауам итә. “Икебеҙ ҙә эшебеҙҙе яратып башҡарҙыҡ”, – ти хеҙмәт ветерандары.
Ғайсиндар дүрт балаға ғүмер биргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ике улдары ла фажиғәле һәләк булған. Ә ҡыҙҙары әсәйҙәре кеүек уҡытыусы һөнәре һайлай. Эльвира Воскресенск ауылында йәшәй, шунда мәктәптә директор урынбаҫары булып эшләй. Күрше Яңы Себенлелә йәшәгән Венералары Ишемғолға йөрөп уҡыта. Ҡыҙҙары ата-әсәһен яңғыҙлатмай, йыш килеп, хәлдәрен белешеп, ҡулдан килгәнсә ярҙам итеп китәләр.
Йылдар үтһә лә, һынауҙар һынаһа ла уларҙың мөхәббәттәре һүнмәгән-һүрелмәгән.
– Ағайығыҙ йәш сағында бигерәк матур булды, – тип әле лә һөйөү тулы күҙҙәре менән баға Римма апай тормош иптәшенә.
– Ә апайығыҙ Аҡбирҙене Ҡарабәрҙегә алыштырҙы инде, – ти Юлай ағай шаяртып.
– Бер-беребеҙгә тураһын әйтәбеҙ ҙә, онота ла инек. Кенә ҡыуып йөрөмәнек. Арабыҙҙа көслө мөхәббәт булғас, “Риммау, Юлай!” тип һөйләшәбеҙ ҙә китәбеҙ. Эс тә бер, тыш та бер беҙҙең, – ти 58 йыл бергә ғүмер иткән Ғайсиндар.
Айгөл Ҡылысбаева. Автор фотоһы.