Бөтә яңылыҡтар

“Балаларым да минең юлдан атлай”

Үҙенең һәләтенә ярашлы һөнәр һайлап, тормошта үҙ урынын табып, хеҙмәтенән йәм алып йәшәгән кеше, оло бәхеткә эйә була. Ошондай бәхетле кешеләрҙең береһе Яңы Себенле ауылында йәшәүсе Гөлнар Ваһапова. Ул 35 йыл инде ауылдаштары һаулығы һағында.

“Балаларым да минең юлдан атлай”
“Балаларым да минең юлдан атлай”

 

-10-сы класты тамамлағас, уҡытыусы булырғамы, әллә фельдшермы тип икеләнеп йөрөнөм. Ул осор уҡытыусылар етмәгән ваҡыт, мәктәпкә эшкә алдылар. Башланғыс кластар уҡытып йөрөгән бер йыл эсендә уйланып, ныҡлы ҡарарға килдем һәм ғүмерлек һөнәрем итеп фельдшерлыҡты һайланым, – ти Гөлнар Арыҫлан ҡыҙы. – Салауат медицина училищеһына уҡырға индем һәм ике йылдан дипломлы белгес булып сыҡтым.

Үҙ һөнәренә мөкиббән кешеләр тәү ҡараштан уҡ күренә. Эшен еренә еткереп башҡарған фельдшерҙы ауылдаштары ихтирам иткәнлеге лә шулай әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Гөлнар Арыҫлан ҡыҙын һуңғы йылдарҙа яман шеш, юғары ҡан баҫымы, шәкәр диабеты менән ауырыусыларҙың күбәйеүе,  инсульт һәм инфаркт осраҡтарының йышайыуы борсой. Шуға ла ул ауылдаштарының ваҡытында диспансерлаштырыу үтеүенә үтә лә яуаплы ҡарай.

Гөлнар Арыҫлан ҡыҙы бар ғүмерен ауылдаштары һаулығына арнаған белгес кенә түгел, медицина хеҙмәткәрҙәре династияһын башлаусы ла. Тормош иптәше Радик Валерий улы менән үҫтергән балалары – улдары Владислав та, ҡыҙҙары Аида ла әсәһе юлын дауам итеп, медицинаны һайлаған. Владислав – невролог, бөгөн Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының баш табибы булһа, ҡыҙҙары ошо уҡ дауаханала психиатр булып эшләй.

-Улым мәктәпкә бармаҫ элек үк табип булырға теләй ине. Ауырыуҙарға саҡырыуға барғанда ла минең менән йөрөп, эшебеҙҙең нескәлектәрен күреп үҫте. Мәктәптә уҡығанында инде был йүнәлешкә маҡсатлы әҙерләнде. Аида ағаһынан ете йәшкә кесе булыуға ҡарамаҫтан, дуҫ-татыу үҫтеләр. Ағаһы уның өсөн абруйлы һәм гел өлгө булды. Икеһе лә Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамланы. Икеһе лә минең кеүек Гиппократ антына тоғро, – ти ғорурланып Гөлнар Арыҫлан ҡыҙы.

Медицинала эшләү өсөн дипломлы белгес булыу ғына етмәй, үҙ һөнәреңде яратыу, ваҡытың менән иҫәпләшмәй, тәүлектең һәр мәлендә ярҙамға килергә әҙер булыу кәрәк. Гөлнар Арыҫлан ҡыҙынан өлгө алып үҫкән балаларына ла райондаштар һаулығы һағында оҙаҡ йылдар эшләргә яҙһын.

Әйткәндәй, Гөлнар Ваһапова тыуған ауылы Кәлимулла менән Яңы Себенле ауылдарын хеҙмәтләндерә. Уның ҡарамағында 610 кеше, шуларҙың 44-те – 18 йәшкәсә балалар. Быйыл бер генә сабый донъяға килгән.

Гөлнар Арыҫлан ҡыҙының намыҫлы хеҙмәте Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.

 

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: