Ғаилә ныҡлығын, берҙәмлеген һаҡлап, 50 йыл бергә йәшәгән парҙар һәр ваҡыт һоҡланыу һәм хөрмәт уята. Күгәрсен ауылында йәшәгән, үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләүсе Илмира һәм Солтангәрәй Аҙнағоловтар районыбыҙҙың абруйлы ғаиләләренең береһе. Ҡауышыуҙарына ярты быуат ваҡыт уҙһа ла, оло ихтирамға лайыҡ был ғаилә бер-береһенә булған хистәрен һыуытмайынса, тормош мәшәҡәттәре араһында юғалып ҡалмай, бөгөн дә барыһын да һоҡландырып матур итеп ғүмер кисерә. Әлбиттә, артҡа боролоп ҡараһаң, 50 йыл эсендә ниҙәр генә кисерелмәгән дә, ниндәй генә һынауҙар аша үтелмәгән... Әммә бергә йәшәгән йылдарҙың улар өсөн һәр миҙгеле ҡәҙерле һәм яҡын.
Ибрай ауылы һылыуы Илмира менән Сирғол егете Солтангәрәй мәктәптә бер осорҙа уҡыһалар ҙа, бер-береһен күреп белмәгәндәр. “Ҡыҙҙар күҙләргә иртәрәк булғандыр”, ти шаяртып Солтангәрәй ағай. Ысынлап та күрше ауылдан ғына булһалар ҙа яҙмыш һуңғараҡ, Солтангәрәй ағай хеҙмәт итеп ҡайтҡас, инде Илмира апай ҙа юғары белем алғас ҡына осраштыра.
– Ҡоҙа-ҡоҙаса ул беҙ, – тиҙәр улар йылмайып.
Танышыуҙарының сәбәпсеһе – Илмира апайҙар менән бер ихатала йәшәгән ҡустыһы Ирназар һәм килене Ғәлиә Әбделмәновтар. Ғәлиә һылыуына ҡунаҡҡа килгәндә күҙләй ҙә инде Солтангәрәй ағай буласаҡ кәләшен. Был 1973 йылдың көҙөндә була.
Йәш уҡытыусы Илмира Нуриман ҡыҙын Инәк мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Әмәлгә ҡалғандай Солтангәрәй ағай эшләгән урман хужалығы ла шул яҡта посадка ултырта. Шулай осрашып-дуҫлашып йөрөгән йәштәр киләһе йылында никахлашып, артабанғы тормош юлдарын бергә бәйләйҙәр.
Аҙнағоловтар Күгәрсен ауылына күсенә һәм бөгөн дә ошо ауылда матур итеп донъя көтәләр.
– Тәүҙә биш йыл лесхоз өйөндә торҙоҡ. Ҡыҙыбыҙ Гөлнара менән улыбыҙ Иршат шунда донъяға килде, – ти Аҙнағоловтар.
Унан үҙҙәре һалған йортҡа күсәләр. Яңы өйҙө ҡотлап, ғаиләгә йәм өҫтәп, игеҙ ҡыҙҙары – Лилиә менән Зөлфиә донъяға килә. Өй, ғаилә, эш... Аҙнағоловтар ошо өс төшөнсәне бер итеп, бөтә ергә өлгөрөп йәшәйҙәр. Улы һәм килене менән 19 йыл бергә торған Бибиғәйшә инәй ҙә ғаиләгә ҙур терәк-таяныс була. Илмира Нуриман ҡыҙы – балаларға белем биреү, ә Солтангәрәй Мирхәйҙәр улы урман хужалығы тармағында 40 йылға яҡын намыҫлы эшләп, бихисап наградаларға эйә булып, хаҡлы ялға сыға. Хеҙмәт ветерандарының эштәренең һөҙөмтәһен бөгөн дә тойоп йәшәй. Илмира апайға уҡыусылары һәр саҡ килеп хәл белеп, рәхмәттәрен еткереп торһа, ғаилә башлығы ултыртҡан ағастары хәҙер урман булып шаулап ултыра.
Йылдар дауамында һүрелмәгән хистәр юбилярҙарҙың бер-береһенә булған ҡарашынан, матур мөнәсәбәттәренән, ихтирамлы булыуҙарынан тойола. Эстән дә, тыштан да балҡып торған донъялары һоҡландыра. Әммә Аҙнағоловтар өсөн матди байлыҡ өҫтөн түгел, бәхет улар өсөн – балаларҙа.
– Атайым ябай тракторсы булды. Үҙенә уҡыу эләкмәһә лә белем алыуҙың мөһимлеген яҡшы аңлай ине. Шуға ла беҙҙе – алты балаһын да уҡытты. Ана шуны күреп-белеп үҫкәнгәме икән, беҙ ҙә балаларыбыҙға белем биреүгә яуаплы ҡараныҡ, – ти Илмира апай.
Ни сәсһәң, шуны урырһың, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, Аҙнағоловтар бөгөн өс ҡыҙҙарының, бер улдарының, ете ейән-ейәнсәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәй. Ҙур ҡыҙҙары Гөлнара – район хакимиәтенең финанс идаралығын етәкләй. Тармаҡтағы күп йыллыҡ фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы исеменә лайыҡ. Улдары Иршат күп йылдар янғын һүндереү өлкәһендә уңышлы эшләп, подполковник званиеһында хаҡлы ялға сыҡты. Әле райондың Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтен етәкләй. Игеҙәктәр Лилиә менән Зөлфиә иһә икеһе лә Стәрлетамаҡта йәшәй. Лилиә –“Система” ойошмаһында тәьминәт бүлеге начальнигы, ә Зөлфиә 1-се ҡала дауаханаһында кардиолог булып эшләй.
– Эштән башҡаны белмәнек. Һәр көнөбөҙ хеҙмәттә уҙҙы, – ти Аҙнағоловтар. Әйткәндәй, улар әле лә тик кенә ултырмай. Яҙҙан көҙгәсә баҡса үҫтерәләр, туғандары, класташтары менән даими осрашып торалар. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә иһә икеһе лә скандинав таяҡтарын тотоп, саф һауа һулап йөрөп ҡайталар. Солтангәрәй ағай ауыл, район мәҙәниә тормошонда ҡайнап йәшәй.
“Йәш саҡ нисек тә үтә, ә олоғайған һайынә бер-береңә тағын да нығыраҡ кәрәк булыуыңды аңлайһың”, – ти ғүмер юлын һоҡланырлыҡ уҙған өлгөлө ғаилә. Иңде-иңгә терәп ярты быуат ғүмер кисергән Илмира һәм Солтангәрәй Аҙнағоловтарҙың алдағы көндәрҙә лә пар ҡанаттары ҡайырылмаһын, балалар, ейәндәр игелеген күреп, бер-береһенә терәк-таяныс булып, оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын.
Автор фотоһы.