Бөтә яңылыҡтар

“Ейән-ейәнсәрҙәр һөйәһе бар”

.

“Ейән-ейәнсәрҙәр һөйәһе бар”
“Ейән-ейәнсәрҙәр һөйәһе бар”

Ҡужабаҡ ауылында йәшәгән Салауат һәм Миләүшә Хәмәтйәновтар 2019 йылдан бергә йәшәй башлағандар. Икеһенең дә икенсе никах, тормош тәжрибәләре етерлек, шуға күрәлер һүҙҙәре бер, донъяға ҡараштары уртаҡ уларҙың.

Кушнаренко районы егете Салауат Ҡужабаҡ ҡыҙы менән донъя ҡора, шунда йәшәйҙәр. Салауат Мәғрүф улы ветеринар булып эшләй. Шунан ғаилә гөрләп эшләгән “Инәк” совхозына күсенә. Бында инде Салауат ағайға һөнәрен алыштырырға тура килә, ул механизатор булып эшләй башлай.

– Беҙ күсеп ҡайтҡан йылы бер буш йорт та юҡ ине бында. Яңы өйгә күсенгәндәрҙең бәләкәй генә йортон ҡуртымға алып йәшәй башланыҡ, унан һатып алдыҡ. 2009 йылда “Йәш ғаиләләргә ярҙам” программаһына эләктек. Уныһында ла игеҙәктәребеҙ өйгә ут төртмәһә, бәлки, эләкмәҫ тә инек. Эштәмен, фуражер инем ул ваҡытта. Йорт эсендә булған бар мебель ирегән-янған. Балалар үҙҙәре йыуынғыс аҫтына инеп ҡасҡандар. Ә әсәләре тышта иҙән йыуып йөрөгән. Сельсоветтан справка алып, тәү сиратта ярҙамды беҙгә бирҙеләр, – тип һөйләй ғаилә башлығы. Совхоз бөткәс Себерҙә лә, Ырымбурҙа ла эшләргә өлгөрә ул.

Тәүге ҡатыны мәрхүмә булғас, яҙмышын Миләүшә апай менән бәйләй. Улар икеһенең тәүге никахтан булған балаларын айырмай, тигеҙ ҡарайҙар. Иң ҙурҙары Альберт – махсус хәрби операцияла. Даниэль вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй. Игеҙәктәр Искәндәр һәм Ғайсар Салауатта индустриаль колледжда белем ала.  Таһир менән Наҙгөл – уҡыусылар. Уртаҡ балалары Рамаҙан әле балалар баҡсаһына йөрөй.

Ауылда халыҡ тырышлығы менән йәшәй. Хәмәтйәновтар ҙа күпләп һыйыр аҫырай, йәй һөт ризыҡтары, ҡош-ҡорт аҫырап һата.

– Егәре еткәдәр ауылда ла рәхәтләнеп йәшәй ала, – ти Салауат Мәғрүф улы. – Тик ауыл ҡартая. Шулай ҙа ҡырға китеү уйы юҡ. Инде бында төпләндек инде. Ҡайҙалыр барып, яңынан донъя төҙөп йәшәп китеү ҙә еңелдән түгел. Магазин юҡ ауылда, күрше-тирә мин берәй ергә барһам, йомоштарын әйтеп ебәрә. Йә үҙҙәре ҡуша ултырып барып ҡайта, – ти Салауат Мәғрүф улы.

Салауат ағай староста булараҡ үҙен ауыл өсөн яуаплы тоя. Ҡужабаҡтар, ышаныс белдереп, уны инде өсөнсө мөҙҙәткә һайлап ҡуйғандар. Шулай ауылдағы һәр ғаилә кеүек донъяуи мәшәҡәттәр менән йәшәй Хәмәтйәновтар. Әле киләсәккә пландар күп: балаларҙы үҫтереп кеше итәһе, туйҙар үткәрәһе, ейән-ейәнсәрҙәр һөйәһе бар әле.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: