“Ауылдарҙың киләсәге юҡ, йәштәр ҡалмай бит”, тип һөйләргә яратабыҙ. Шул ваҡытта ауыл ерендә бынамын тигән йәш ғаиләләр йәшәп ятыуын онотоп китәбеҙ. Улар бик күп түгел, әлбиттә. Әммә улар – ауылдың тотҡаһы, ныҡлы киләсәге.
Иҙелбәк ауылында ғүмер итеүсе Лазаревтарҙың ғаилә ҡороуҙарына быйыл 10 йыл. Иҙелбәк ҡыҙы Гөлфиә менән Казанка егете Максим бер мәктәптә уҡыйҙар. Егет хәрби бурысын үтәп ҡайтыуға Гөлфиә һылыу ҡыҙ булып буй еткерә. Йәштәр дуҫлашып китә һәм ғүмерлеккә бергә булырға һүҙ ҡуйышып, ғаилә ҡора. Бөгөн ғаиләлә өс малай үҫә: Дмитрий 2-се класты тамамлаһа, Никитаға – 6, Денисҡа 4 йәш.
Лазаревтар үҙ тырышлыҡтары менән ең һыҙғанып донъя көтә: өй һатып алғандар, гөрләтеп баҡса үҫтерәләр, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Малайҙары ла эшкә әрһеҙ булып үҫә, бар эштә лә ярҙам итәләр.
Гөлфиә Ғәйнулла ҡыҙы һатыусы-консультант булһа, Максим Андреевич Юл-ремонт төҙөлөш идаралығының Малиновка участкаһында юл эшсеһе булып эшләй.
– Ата-әсәйем рус егетенә кейәүгә сығыуыма ҡаршы булманы. Иң мөһиме бәхетле бул, тинеләр. Аллаға шөкөр, яңылышмағанмын. Иптәшем шул тиклем уңған, изге күңелле, иғтибарлы кеше. Балаларҙы бик ярата. Уның балалар алдында абруйы юғары. Ҡаҫмартҡа балыҡҡа йөрөргә ярата. Үҙе таҙарта, миңә ҡыҙҙырып ашатаһы ғына ҡала, – тип маҡтай тормош юлдашын Гөлфиә Ғәйнулла ҡыҙы.
Лазаревтар Иҙелбәкте бик ярата. Яйы сыҡҡан һайын балаларына тыуған яҡ матурлығын, гүзәллеген күрһәтеү маҡсатында ҡырға сығалар, рәхәтләнеп ял итәләр. Тормоштан йәм алып, эштән тәм табып йәшәй беләләр.
Айнә Иманғолова.
Фото шәхси архивтан.