Бөтә яңылыҡтар

Уй-хыялдары матур

Республикала һуңғы йылдарҙа ғаиләләргә, бигерәк тә йәш һәм күп балалы ғаиләләргә ҙур иғтибар бүленә. Был райондаштар миҫалында ла асыҡ күренә. Мәҫәлән, Ҡужабаҡ ауылында йәшәгән Хәмәтйәновтар өйҙәрен дәүләт ярҙамы менән төҙөгән.

Республика Башлығы 2019 йылда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәтендә шулай тигәйне: “Беҙ матди байлыҡ һәм карьераға, аҡса эшләүгә күп иғтибар биреп, иң мөһим нәмәне – атай һәм әсәй булыу бәхетен онота башланыҡ. Беҙҙең юл – ныҡлы ғаиләләр, күп балалылыҡ, балаларҙы изгелек, намыҫ, хеҙмәт рухында тәрбиәләү”.

Хәмәтйәновтар 2019 йылда ғаилә ҡора. Салауат ағай тәүге ҡатыны мәрхүмә булғас, яҙмышын Миләүшә апай менән бәйләй. Шулай уйламағанда күп балалы ғаилә булып китәләр, тәүге никахтан булған балаларын айырмай, тигеҙ ҡарайҙар. Иң ҙурҙары Альберт – махсус хәрби операцияла. Даниэль вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй. Игеҙәктәр Искәндәр һәм Ғайсар Салауатта индустриаль колледжда белем ала.  Таһир менән Наҙгөл – уҡыусылар. Уртаҡ балалары Рамаҙан әле балалар баҡсаһына йөрөй.

Хәмәтйәновтар Кушнаренко районынан гөрләп эшләгән “Инәк” совхозына күсенеп ҡайта.

– Беҙ күсеп ҡайтҡан йылы бер буш йорт та юҡ ине бында. Яңы өйгә күсенгәндәрҙең бәләкәй генә йортон ҡуртымға алып йәшәй башланыҡ. Унан торлаҡты яҡшыртыу  программаһына эләгеп, ярҙам алдыҡ, – ти ғаилә башлығы.

Шулай Хәмәтйәновтар йорт һалып сыға. Ауылда халыҡ тырышлығы менән йәшәй. Хәмәтйәновтар ҙа күпләп һыйыр аҫырай, йәй һөт ризыҡтары, ҡош-ҡорт үҫтереп һата.

– Хөкүмәт күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеп тора. Тимәк, тырыштар ауылда ла рәхәтләнеп йәшәй ала, – ти Салауат Мәғрүф улы. – Тик ауыл ҡартая. Шулай ҙа ҡырға китеү уйы юҡ.

Ауылда йәшәгән һәр ғаилә кеүек донъяуи мәшәҡәттәр менән йәшәй Хәмәтйәновтар. Киләсәккә пландары матур: балаларҙы үҫтереп кеше итәһе, туйҙар үткәрәһе, ейән-ейәнсәрҙәр һөйәһе бар әле.

Автор:
Читайте нас: