Бөтә яңылыҡтар

Өлгөлө атайға – лайыҡлы баһа

Иҫәнғолдан Алмас Ейәнбирҙин “Атайлыҡ даны” наградаһы менән бүләкләнде.

Өлгөлө атайға – лайыҡлы баһа
Өлгөлө атайға – лайыҡлы баһа

Ғаиләлә атай һүҙе һәм тәр­биәһе ҙур роль уйнай. 2020 йылда Баш­ҡортостандың Йәмәғәт палатаһы булдырған “Атай­лыҡ даны” премияһы йәм­ғиәттә атайҙарҙың абруйын күтәреүгә, ғаилә ҡим­мәттәрен һәм йолаларын тергеҙеүгә, балаларҙы тәр­биәләүҙә атай­ҙың ролен көсәйтеүгә йүнәлтелгән. 21 августа Башҡортостан йәмәғәт палатаһы үткәргән "Атайлыҡ даны" конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде. Быйыл бишенсе тапҡыр үткән сарала төрлө номинацияла бөтә республиканан 52 атай бүләкләнде. Улар араһында Иҫәнғолдан Алмас Ейәнбирҙин да бар. Ул “Әүҙем атай” номинацияһында билдәләнде.

 Алмас Азат улы Ейәнбирҙиндың был наградаға лайыҡ булыуы осраҡлы түгел.  Ул – өлгөлө ғаилә башлығы. Тормош иптәше Вилә Ғаяз ҡыҙы менән игеҙәктәргә ғүмер бүләк иткәндәр. Ҡыҙҙары Разалия менән Азалияны тәрбиәләүгә һәм һәләттәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләләр. Игеҙәктәр мәктәптә яҡшы өлгәшеүҙән тыш, С.Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең бейеү класында белем алырға ла өлгөрә.

-Тормош иптәшемдән уңдым. Ул – өлгөлө ғаилә башлығы, ҡыҙҙарым тип өҙөлөп торған атай. Балаларҙың киләсәген уйлап, хәстәрләп үҙен йәлләмәй эшләй. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Бейемемә һәм туғандарына ла, әсәйемә лә бик ныҡ ярҙам итә, – ти Вилә Ғаяз ҡыҙы. Әйткәндәй, ул да тормош иптәшен дәртләндереп тороусы ҡатын ғына түгел, яҡшы хеҙмәткәр, өлгөлө әсәй һәм уңған хужабикә лә. Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбендә ашнаҡсы булып эшләһә лә, күптәр сәк-сәк һәм бәлеш бешереү оҫтаһы булараҡ таный.

Алмас Азат улы Күгәрсен юл-ремонт төҙөлөш идаралығының Ейәнсура районындағы филиалында эшләй. Әммә уны күптәр металды художестволы эшкәртеү оҫтаһы итеп белә. Йорттарын да сынъяһау итеп зауыҡ менән биҙәп ҡуйған.

Алмас Азат улы ысынлап та бик әүҙем. Чечен һуғышы ветераны булараҡ “Бөркөт” хәрби бәрелештәр ветерандары, шулай уҡ десантсылар ойошмаларының иң әүҙем ағзаларының береһе лә булараҡ район эсендә үткән сараларҙан ситтә ҡалмай. Мәктәптәрҙә уҡыусылар менән осрашыу, хәтер кисәләре – береһе лә унһыҙ үтмәй.

Зәлиә Байғусҡарова.

Автор фотоһы.

 

Венер Сабитов, район хакимиәтенең йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлек етәксеһе:

  • Алмас Азат улының махсус хәрби операцияға ярҙамы тураһында әйтеп китмәй булмай. Үҙе лә утты-һыуҙы күргәс, яугирҙәрҙең хәлен яҡшы аңлай һәм гуманитар ылау туплау башланғас та, үҙе кеүек ветерандар менән бергә ярҙам итергә ашыға. Улар аҡса йыйып УАЗ автомобиле, бензобысҡылар, маскировка сеткалары һәм башҡа ҡорамалдар һатып алып ҡына ҡалмай, ылауҙы махсус операция зонаһына тиклем оҙатып барыуҙа ла ҡатнаша. Алмаз Азат улы, мәҫәлән, гуманитар ылау менән дүрт тапҡыр барып ҡайтты.

 

Радий Хәбиров: “Минән йыш ҡына балаларыңды нисек тәрбиәләйһегеҙ тип һорайҙар. Минеңсә, иң яҡшы тәрбиә – ул үҙ миҫалыңда тәрбиәләү. Һин үҙеңде тотошоң, холҡоң, хеҙмәтең менән балаңдың киләсәк образын булдыраһың, – ти Республика Башлығы. Был беҙҙең ҡыҙ йәки ул тәрбиәләүебеҙгә ҡарамай. Балаларыбыҙ яҡшы кешеләр генә булып түгел, ә илебеҙҙең ысын граждандары һәм патриоттары булып үҫеүе лә мөһим.”

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: