Сибай иҡтисад колледжында уҡып йөрөүсе Миңзиәгә бер көн Эльвир исемле егет шылтыратып, танышырға тәҡдим итә. Баҡтиһәң, ҡыҙҙың класташы егеткә уның телефон номерын биргән икән. Бер тапҡыр һөйләшәләр ҙә, һуңынан төрлө сәбәптәр арҡаһында бәйләнешкә инмәйҙәр. Теүәл бер йыл үткәс, Миңзиәгә тағы ла шылтыраталар һәм танышырға рөхсәт һорайҙар. Егеттең тауышын шунда уҡ таный ҡыҙ. Эльвирға был юлы уның телефон номерын Миңзиәнең курсташы биргән икән. Ҡыҙ һәм егет ныҡлап аралаша башлай, өс-дүрт айҙан һуң осрашалар һәм бер-береһенә ғашиҡ булалар. Тағы ла өс-дүрт ай дуҫлашып йөрөгәс, ике ғашиҡ йән ҡауышып, ғаилә ҡоралар.Шулай итеп, Миңзиә һәм Эльвирға бер түгел, ике тапҡыр танышырға яҙған була. Күренеүенсә, юҡҡа түгел.
Был ваҡиғаларҙан һуң ун бер йыл үткән. Бөгөндүрт бала үҫтереүсе тырыш, уңған, бәхетле, ишле ғаиләҒәбделмәновтар.Ғаилә башлығы Ейәнсура юл-төҙөлөш транспорт идаралығында водитель булып эшләй. Ә Миңзиә балалар үҫтерә, тәрбиәләй. Ҙур балалары Нургөл Ф. Солтанов исемендәге мәктәптең 4-се класында уҡый. Улдары Эльмир менән Инсафҡа алты һәм дүрт йәш. Кескәйҙәре Азалияға әлегә туғыҙ ғына ай.
"Балалары булған ғаиләләргә дәүләт яғынан айырым иғтибар, бөтә кимәлдә лә ныҡлы ярҙам кәрәк икәнлегенә инанам", – тигәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер сығышында.Ысынлап та, республикала күп ғаиләләр дәүләт ярҙамын тойоп йәшәй. Был ярҙам Ғәбделмәновтарҙы ла урап үтмәгән.Ике йыл элек оло ҡыуаныс кисергәндәр улар: “Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү” программаһы сиктәрендә ғаиләгә сертификат бирелгән. Өйләнешкәс тә сиратҡа тороп, был шатлыҡлы ваҡиғаны ярайһы ғына оҙаҡ көткән Ғәбделмәновтар дәүләт ярҙамын ипотеканың бер өлөшөн ҡаплауға тотонған. Бөгөнгө көндә уларҙың ишле ғаиләһе иркен, яҡты, матур йортта йәшәй.
– Тормош иптәшем менән танышыуыбыҙ, ҡауышыуыбыҙ сериалдағы кеүек килеп сыҡты инде. Эльвир биш балалы ғаиләлә үҫкән. Шул тиклем уңған, булдыҡлы кеше ул. Балаларына өлгөлө атай. Тыныс холоҡло, шул уҡ ваҡытта юмор тойғоһо ла көслө уның. Уның янында мин үҙемде бәхетле ҡатын-ҡыҙ итеп тоям, – ти Миңзиә.
Айнә Иманғолова.
Фото шәхси архивтан.