Февраль Ғәли Ғәлимйән улы тормош иптәше Айгөл Рәмил ҡыҙы һәм кесе улдары Асҡар менән алғы һыҙыҡҡа 400 окоп шәме әҙерләп ебәргән. Һәм, әйтергә кәрәк, был эш бер көндә башҡарылған!
Көндәр һыуынып, шәмдәргә һорау тыуа башлағас, Күсәрбаевтар йәнә бер көнөн ошо изге эшкә арнаны. Бер нисә сәғәт эсендә 665 окоп шәме әҙерләнде! Күсәрбаевтар эшләгән шәмдәр сифаты менән ныҡ айырыла икән. Бының сере – картон фитилде (филтә) 80-90 градустағы парафинда “йөҙҙөрөү”. Ә эштең тиҙ башҡарылыуы - уны махсус станоктар ярҙамында конвейер ысулы менән башҡарыу. Фитиль өсөн картон бер размер итеп ҡырҡыла ла, парафинда йөҙөп сыҡҡас, икенсе станокта бөкләнә (был хаҡта Ғәли Ғәлимйән улының оҫталыҡ дәресен видеола ҡарағыҙ).
Әйткәндәй, Күсәрбаевтар ҡалай банкаларҙы, парафинды, хатта картонды ла һатып алған. Парафинды иретеү өсөн “һыу мунсаһы”на 60 һәм 35 л бактарҙы ҡулланған. Эште тиҙ башҡарыу өсөн Ғәли ағай яйланмаларҙы үҙе эшләгән, Ҡыуандыҡ ҡалаһындағы дуҫы ла ярҙам иткән.
- Был ысул менән эшләүҙе миңә дуҫым Анатолий Сергеевич Ефимов өйрәтте. Уның шәмдәренең сифатын белеп алған яугирҙәр гел мөрәжәғәт итә икән. Улар 10-ар меңләп ебәрә. Былай эшләнгән шәмдәр яҡшы яна, төтәмәй. Шәм һыуға эләкһә лә, фитиле бирешмәй, – ти Ғәли Ғәлимйән улы.
Күсереп баҫҡанда САЙТҠА ҺЫЛТАНМА мотлаҡ!