Ғүмер юлынан ҡулға-ҡул тотоноп атлаған һоҡланғыс парҙар бихисап. Улар шатлыҡ-ҡайғыларҙы уртаҡлашып, намыҫлы эшләгән балалар үҫтергән һәм тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, йәшлек мөхәбәттәренә тоғро ҡалған. 13 ноябрҙә Иҫәнғол биләмәһенең ана шундай матур ғаиләләре район мәҙәниәт йортонда йыйылды.
Бында быйыл алтын туйҙарын билдәләгән Лилиә һәм Алик Аҡсуриндар, Мөршиҙә һәм Валерий Әминевтар, Нурия һәм Йәүҙәт Ғәлиевтар, Миңзәлә һәм Ғәли Дәүләтовтар, Светлана һәм Малик Дәүләтшиндар, Әминә һәм Вәкил Дилмөхәмәтовтар, Фәймә һәм Рафиҡ Искәндәровтар, Зөлфиә һәм Зәкир Искәнйәровтар, Рәзинә һәм Зәки Ҡарағужиндар, Миңзәлә һәм Миңлебай Мостафиндар, Любовь һәм Виктор Уколовтар, Гөлдәр һәм Мәзит Хөснетдиновтар, Анна һәм Александр Шестаковтар, Гөлсәскә һәм Хәким Юлановтар, Әлмира һәм Наил Йәғәфәровтар тәрбикләнде. Был күркәм сарала мәртәбәле ҡунаҡтар – Башҡортостан Республикаһының юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле, Башҡортостан Республикаһының Юғары суды рәйесе урынбаҫары Азат Ғиззәтуллин һәм Ейәнсура район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов һәм Иҫәнғол ауылы биләмәһе башлығы Әнисә Ноғоманова юбилярҙарҙы ҡотлап, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Алтын парҙарға “Сәсән” ансамбле, район мәҙәниәт йорто солистары Айгөл Татарникова, Зәлифә Бербасова һәм Юлай Арыҫланбаев йыр-моңдарын бүләк итте.
Зәлиә Байғусҡарова.
Автор фотоһы.