Ауылдағы өмәләрҙе, яҡындағы шишмәләрҙе төҙөкләндереү, урамдарҙы тәртиптә тотоу кеүек күмәк эштәрҙе барыһын да Тирәкленең старостаһы Минехан Мәхмүтов ойоштора. Быйыл Рыҫҡол ауылының Йылан тауы итәгендә үткәрелгән Мәхмүтовтарҙың Шәжәрә байрамын ойоштороуҙа ла Миңлехан ағай әүҙем ҡатнашҡан.
Совхозда тракторсы булып эшләгән Миңлехан Миҙхәт улы заманында крәҫтиән-фермер хужалығы ла тотҡан. Әле лә малды күпләп аҫырай, беҙ барғанда ла бесән ташый ине. Тормош иптәше Миңзада апай беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Заманында бәрәс ҡараусы булған апай әле мәсетте ҡарай. Үҙе лә намаҙҙа икән. Хатта Ырымбурҙа ислам тәғлимәте буйынса белем алған. Мәхмүтовтар өс улға ғүмер биргән. Денис һәм Илгиз өйләнгән, үҙ аллы йәшәйҙәр. Төпсөктәр Ришат Ырымбурҙа техникум тамамлап, әле армияға саҡырыу көтә.
Хужабикә ауыл һәм уның кешеләре менән дә таныштырҙы. Ауыл бәләкәй булһа ла, халҡы берҙәм. Яҡташтарының да ярҙамын тойоп торалар. Мәҫәлән, мәсет төҙөүгә ошонда йәшәгәндәр ҙә, тыумышы менән Тирәкленән сыҡҡандар ҙа үҙ өлөшөн индергән. Тыумышы менән Мәскәүҙән булған Ринат Авдеев фатирын һатып, аҡсаһын Тирәклелә һәм Әбүләйестә мәсет төҙөүгә бүлгән. Үҙе ситтә йәшәһә лә, килеп тирәклеләрҙең хәлдәрен белеп йөрөй икән.
Быйыл йылға ныҡ ташып, Рыҫҡол аша йөрөгән юл йырыла башлағас, ауыл халҡы бергәләп ҡырсын ташып, йылғаны йүгәнләгәндәр. Парк, мәсет, шишмәнең тирә-яғын да сабып торалар. Ә быйыл улар урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашалар. Еңә алһалар, зыяратты кәртәләргә ниәтләйҙәр.
Беҙ хужабикә менән әңгәмәләшкән арала, тракторына бесән тейәп Миңлехан ағай ҙа ҡайтып етте. Унан улар бергәләп ауыл янындағы шишмәне күрһәтергә лә ваҡыт тапты.
Ошолай тыуған нигеҙҙәренә тоғролоҡ һаҡлап, сабыр ғына ғүмер итеүсе апай-ағайҙар, инәй-олатайҙар үҙҙәре бер тормош өлгөһө. Ҡайһылай булһа ла, ауылын ҡалдырып китеүҙе улар күҙ алдарына ла килтермәй. Афарин, балалары тыуған өйҙөң уттарын балҡытып йәшәргә лә йәшәргә яҙһын.